Хоҡуҡ
йәмәғәт мөнәсәбәттәрен көйләүсе, мотлаҡ үтәлергә тейешле тәртип ҡағиҙәләре системаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Хоҡуҡ — юриспруденция төшөнсәһе, йәмәғәт мөнәсәбәттәрен көйләүҙең бер төрө; йәмәғәт мөнәсәбәттәрен көйләүсе, йәмғиәттәге мотлаҡ үтәлергә тейешле, формаль рәүештә билдәләнгән, тәғәйен тәртиптә ҡабул ителгән, дәүләт тарафынан гарантияланған тәртип ҡағиҙәләре системаһы .
Хоҡуҡ | |
Ҡайҙа өйрәнелә | хоҡуҡ фәне[d] һәм хоҡуҡ ғилеме[d] |
---|---|
Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн URL | data.europa.eu/euodp/en/… |
Һештег | law |
Вики-проект | Проект:Хоҡуҡ[d] |
WordLift URL | data.thenextweb.com/tnw/…[1] |
Stack Exchange сайты | law.stackexchange.com |
Берекмәләре | исемлекте ҡарағыҙ[d] һәм исемлекте ҡарағыҙ[d] |
Хоҡуҡ Викимилектә |
Хоҡуҡтың конкрет билдәләмәһе теге, йәки был ғалимдың хоҡуҡты аңлау төрөнә бәйле. Төрлө мәктәптәр биргән билдәләмәләр хоҡуҡты тулыраҡ күҙ алдына килтерергә мөмкинлек бирә. Шуға күрә хоҡуҡ фәненең үҫеше өсөн плюрализмдың әһәмиәте бик ҙур, ләкин был фән өлкәһенең дәүләт власына яҡын тороуы сәбәпле быға өлгәшеүе бик ауырға тура килә.
Ҡайһы бер билдәләмә йәки контекстарҙа хоҡуҡ хоҡуҡ системаһы (объектив хоҡуҡ йәки ҡануниәт) менән ҡушылып китә[2]. Был осраҡта хоҡуҡ хоҡуҡ системаһы булараҡ хоҡуҡ сығанаҡтарында сағылыш таба , ә уның хоҡуҡи эстәлеге хоҡуҡ нормалары менән билдәләнә . Хоҡуҡты хоҡуҡ ситемаһы итеп күҙ алдына килтергәндә, хоҡуҡ системаһынан тыш ғәҙәттә башҡа хоҡуҡи күренештәр ҙә: хоҡуҡи мәҙәниәт, хоҡуҡи аң һәм хоҡуҡты тормошҡа ашырыу күҙ уңында тотола.