Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзы (берлеге) (франц. Union internationale pour la conservation de la nature, IUCN, рус. Международный союз охраны природы, МСОП) — планетаның биотөрлөлөгөн һаҡлау мәсьәләләрен яҡтыртыусы коммерцияға ҡарамаған халыҡ-ара ойошма. Ойошма яңылыҡтар бирә, төрлө илдәрҙә конгресстар үткәрә, яҡлауға мохтаж төрҙәрҙең исемлеген әҙерләй. БМО-ның Генераль Ассамблеяһында ойошманың күҙәтеүсе статусы бар.
IUCN | |
Тип | |
---|---|
Нигеҙләү йылы | |
Урыны |
Rue Mauverney 28, 1196 Гланд, Швейцария |
Төп фигуралар |
Mr Valli Moosa |
Эшмәкәрлек өлкәһе |
Тәбиғәтте һаҡлау |
Хеҙмәткәрҙәр һаны |
бөтә донъя буйлап 1 100 тирәһе |
Веб-сайт |
Ойошма 1948 йылда төҙөлгән, шиаб-квартираҙы Гланде (Швейцария) ҡалаһында урынлашҡан. Союз 82 илде (шул иҫәптән Рәсәйҙең тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы), 111 хөкүмәт учреждениеларын, 800-ҙән артыҡ хөкүмәткә ҡарамаған ойошманы, 181 илдән 10 000 -гә яҡын ғалим һәм экспертты берләштерә.