Хазар ҡағанаты
From Wikipedia, the free encyclopedia
Хазар ҡағанаты, Хаза́рия (650—969)[1] — күсмә халыҡ — хазарҙар төҙөгән урта быуат дәүләте. Көнбайыш Төрки ҡағанатынан айырылып сыҡҡан. Улар Кавказ алдын, Түбәнге һәм Урта Волга буйын, хәҙерге Ҡаҙағстандың төньяҡ-көнбайышын, Аҙау диңгеҙе буйын, Ҡырымдың көнсығыш өлөшөн, шулай уҡ Көнсығыш Европаның Днепрғаса йәйрәп ятҡан далаларын һәм урман-далаларын контролдә тотҡан. Дәүләттең үҙәге тәүҙәрәк хәҙерге Дағстандың диңгеҙ буйы өлөшөндә булған, артабан Волганың түбәнге ағымына күсенгән. Идара итеүсе элита иудаизм динен ҡабул иткән. Хазарҙар көнсығыш славяндарҙың бер нисә ҡәбилә берләшмәһен сәйәси яҡтан буйһондорған.
Ҡыҫҡа факттар 650 — 969, Баш ҡала ...
Хазар ҡағанаты | |
650 — 969
| |
---|---|
Баш ҡала |
Сәмәндәр, Итил |
Телдәр |
Хазар теле |
Дин | |
Преемственность | |
Хазар ҡағанаты Викимилектә | |
Ябырға