Фәләстин Дәүләте
боронғо замандарҙа хәҙерге Израиль биләмәләрендә, Урта диңгеҙҙең бер өлөшөндә, йәшәгән филистимляндар хөрмәтенә ҡушылған / From Wikipedia, the free encyclopedia
Фәләстин Дәүләте (ғәр. دولة فلسطين, ингл. State of Palestine) Б. э. т. 135 йылда Римгә ҡаршы сығыш яһаған йәһүдтәрҙең Йәһүд дәүләтен оноттороу маҡсатында император Адриан Фәләстин исеме менән атаған ил. «Palaestina» атамаһы (грекса атаманың латин варианты) "Филистия"нан килеп сыҡҡан (йәһүдсә ארץ פלשת, [Э́рец-Пеле́шет]) — боронғо замандарҙа хәҙерге Израиль биләмәләрендә, Урта диңгеҙҙең бер өлөшөндә, йәшәгән филистимляндар хөрмәтенә ҡушылған. Б. э. т. XIII быуаттың иң башында «Диңгеҙ халыҡтары» хәрәкәтендә ҡатнашҡан филистимляндар Ханаандың — Сарон уйһыулығының уңдырышлы яр буйына ултырған. Уларҙың этник нигеҙе һәм теле билдәле түгел, бәлки, улар Балҡан ярымутрауы һәм Кесе Азияла йәшәгән боронғо һинд-европа халҡының ата-бабаһы булыуы мөмкин.[3][4] — де-юре Яҡын Көнсығышта барлыҡҡа килеү процесындағы бойондороҡһоҙ, өлөшләтә танылған, дәүләт. 2018 йылдың авгусына Фәләстин Дәүләтенең бойодороҡлолоғон БМО ағзаһы булған 193 дәүләттең 137-һе таныған[5].
| |||||
[[{{{Эйәлек килеш}}} гимны|Государственный гимн {{{Эйәлек килеш}}}]] | |||||
Рәсми телдәр | Ғәрәп теле | ||||
Баш ҡала | Иерусалим һәм Рамаллаһ[1] | ||||
Территория • Бөтәһе | 6020[2] км² | ||||
Валюта | яңы израиль шекеле | ||||
Интернет-домен | .ps | ||||
Код ISO | PS | ||||
МОК коды | PLE | ||||
Телефон коды | +970 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d] |
БМО ҡарарҙарына ярашлы, Фәләстин Дәүләте Иордан йылғаһының Көнбайыш яры (йәки уның бер өлөшөндә, шул иҫәптән Көнсығыш Иерусалим территорияһы) һәм Газа секторы территорияһында формалаштырылырға тейеш. Фәләстин дәүләтселеге фекеренән сығып, уны булдырыу һәм шулай уҡ территория яғынан билдәләмәләре буйынса төрлө тәҡдимдәр бар.
1988 йылдың 15 ноябрендә Фәләстинде азат итеү ойошмаһының юғары кәңәшмә органының — Фәләстин милли советының Алжирҙағы сессияһында Фәләстин Дәүләте иғлан ителә — 253 тауыш — «риза», 46 — «ҡаршы» һәм 10 кеше тауыш биреүҙән тыйыла. Фәләстинде азат итеү ойошмаһы дәғүә иткән территорияның ниндәй ҙә булһа бер өлөшөн үҙ контролендә тотмаған.
1994 йылда Израиль һәм Фәләстинде азат итеү ойошмаһының 1993 йылдың 13 сентябрендә үткән Осло Килешеүҙәре һөҙөмтәһендә[6] Фәләстин милли Хакимиәте булдырыла. Килешеүҙәрҙә буласаҡ дәүләт төҙөү ҡаралмаған; шуның менән бергә «ике яҡ та Иордан йылғаһының Көнбайыш яры һәм Газа секторының статусын үҙгәртеү буйынса бер ниндәй ҙә бер яҡлы хәрәкәт атҡармау тураһында конкрет йөкләмә ала»[7].
Де-факто: Фәләстин Дәүләте бөгөнгө көнгә тиклем төҙөлмәгән һәм ысын суверенитетҡа эйә түгел. Дәүләт структуралары тик өлөшләтә генә формалашҡан. Ваҡытлыса баш ҡалаһы Рамаллала президент, хөкүмәт һәм парламент эшләй. Әммә дәүләттә, полиция бар, армия юҡ, һәм шуның менән бергә төрлө ярым хәрби ойошмалар әүҙем хәрәкәт итә. Үҙ валютаһы юҡ, аҡса берәмеге сифатында яңы израиль шекеле һәм АҠШ доллары ҡулланыла. Фәләстиндең эшләүсе халыҡ-ара аэропорты юҡ, шул сәбәпле юғары фәләстин дәүләт эшмәкәрҙәре донъя илдәренә Иорданияның баш ҡалаһы Аммандан оса.
Иордан йылғаһының Көнбайыш яры территорияһының күп өлөшөн Израиль армияһы контролдә тота, көнсығыш Иерусалим (һәм тотош Иерусалим ҡалаһы) шулай уҡ Израиль контроле аҫтында. Израиль шулай уҡ, Мысыр менән сиктәш Газа секторын ҡыҫтырмағанда, Фәләстин территорияларының барлыҡ тиерлек сиктәрен контролдә тота[8], ләкин Газа ярындағы конфликт Газа секторының тышҡы донъя илдәре менән диңгеҙ бәйләнешен (2010)| тотҡарлай. Өлөшләтә фәләстин идаралығы булһа ла, Фәләстин территорияларын БМО барыбер Израиль тарафынан оккупацияланған тип һанай[9]. Представители ООП называют Палестину «страной под израильской оккупацией»[10].
Газа секторы һәм Иордан йылғаһының Көнбайыш яры Израиль территорияһы бүлгән ике эксклав, береһен күп илдәрҙә террористик ойошма тип танылған ХАМАС яҡлылар, ә икенсеһен — Фәләстинде азат итеү ойошмаһы нигеҙен формалаштырыусы ФАТХ ойошмаһы яҡлылар контролдә тота. ФАТХ һәм ХАМАС-тың оҙайлы конфликтынан һәм араларын рәтләргә маташҡандан һуң, 2014 йылдың 2 июлендә ХАМАС һәм ФАТХ биш христиан министр ҡатнашлығында Милли берҙәмлек хөкүмәтен формалаштырҙы, һәм был хөкүмәт президент Аббасҡа ант килтерҙе[11][12]. Это правительство просуществовало до начала 2019 года и ушло в отставку в связи с так и не урегулированными противоречиями между ФАТХ и ХАМАС, вследствие чего правительство не имело контроля над сектором Газа[13].
2012 йылдың 29 ноябрендә БМО Генераль Ассамблеяһы [14] («риза» - 138 тауыш, 9 — «ҡаршы», 41 ил тауыш биреүҙән тыйылып торҙо) «Фәләстингә, БМО ағзаһы булмаһа ла, фәләстин халҡы вәкиле булараҡ, яулап алынған ҡарарҙарға һәм ғәмәлдәргә ярашлы, Фәләстинде азат итеү ойошмаһы һәм БМО хоҡуҡтарына зыян килтермәйсә, БМО-ның күҙәтеүсе дәүләт статусын бирҙе»[15][16][17].
2013 йылдың 5 ғинуарында Фәләстин милли хакимиәте рәйесе Мәхмүд Аббастың «Фәләстин милли хакимиәте» атамаһы урынына рәсми маҡсаттарҙа фәҡәт «Фәләстин Дәүләте» атамаһын ғына ҡулланырға тигән указы сыға[18][19]. 2019 йылдың ғинуарына күп кенә илдәр, атап әйткәндә, Израиль, Испания, Норвегия, АҠШ, Швеция һ. б. был ҡарарҙы таныманы[20][21].
Фәләстин Дәүләтен таныған илдәрҙә Фәләстинде азат итеү ойошмаһы дипломатик вәкиллектәренә Фәләстин Дәүләте илселектәре вывескалары эленгән.