Франк Анна
From Wikipedia, the free encyclopedia
Анна Франк (нем. Anne Frank [ˈʔanə ˈfʁaŋk] (i), нидерл. Anne Vrank [ˈʔɑnə ˈfrɑŋk]; ысын исеме — Аннели́з Мари́я Франк (нем. Anneliese Marie Frank [ˈanəˌliːs maˈʁiː ˈʔanə ˈfʁaŋk] (i), нидерл. Anneleese Marie Vrank [ˈɑnəˌlis maːˈri ˈʔɑnə ˈfrɑŋk]); 12 июнь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[2][3][6][…], Майндағы Франкфурт, Майндағы Франкфурт, Веймар Республикаһы[2][7][8] — февраль 1945[9][10][11] (15 йәш), Берген-Бельзен[d], Өсөнсө рейх[2][8][24]) — Германияла тыуған йәһүд ҡыҙы, Гитлер власҡа килгәндән һуң, ғаиләһе менән Нидерландта нацист террорынан йәшеренеп йәшәгән. Һөҙөмтәлә тотола һәм Освенцимға, ә унан Берген-Бельзенға оҙатыла, һуғыш аҙағында ҡарамыҡ ауырыуынан вафат була. Нацизмды фашлаусы документ, билдәле «Анна Франктың көндәлеге» донъяның күп телдәренә тәржемә ителгән. Был китап шунда уҡ донъя бестселлерына әйләнә — үҙенең үткер интонацияһы буйынса ғына түгел, ә башлыса бер ҡыҙҙың яҙмышында Холокост менән бәйле миллионлаған кеше трагедияларын берләштерә алыуы арҡаһында. Анна Франк һәм уның ғаиләһе нацизмдың иң билдәле ҡорбандарҙың береһе тип һанала
Көндәлегенең әҙәби эшкәртеүендә Анна башта үҙен Анна Робин (нидерл. Anne Robin) псевдонимы аҫтында күрһәтергә теләгән, әммә һуңыраҡ үҙен Анна Аулис (нидерл. Anne Aulis) тип атаған.