Финикия
From Wikipedia, the free encyclopedia
Финики́я (грек. Φοίνικες, фойникес һүҙенән, «ҡарағусҡыл ил») — Урта диңгеҙҙең көнсығыш ярындағы, үҙәге хәҙерге Ливанда торған, боронғо дәүләт Финикияның төньяҡ сиге Оронт йылғаһы тамағында, ә көньяҡ сиге — Кармель тауы. Көньяҡта Финикия Израиль батшалығы, ә көнсығышта һәм төньяҡта — Сүриә менән сикләшә. Геродот әйтеүенсә, Финикия Посидийҙан алып Израиль батшалығына тиклем һуҙылған дәүләт. Селевкидала уны Орфосиянан (Нар-Берид тамағы) Нар-Зерк тамағына тиклем һуҙылған тип һанайҙар. Һуңғы географтарҙың берәүҙәре (мәҫәлән, Страбон) Финикия булып Пелусия яр буйы тулыһынса Пелусия, икенселәре уның сиктәрен Кесария һәм Кармелгә тиклем һуҙылған тип иҫәпләй. Бары тик Римдең һуңғы провинциаль бүленеше Финикия исеме менән Дамаск янына тиклемге территорияны атаған, ә һуңғараҡ Диңгеҙ яны Финикияһын Ливан территорияһынан айыра башлаған Юстиниан ваҡытында Пальмира Ливанға ҡушылған.
Финикия | |
Kĕnaʿan (Ханаан) | |
XIII век до н. э. — VIII век до н. э.
| |
---|---|
Баш ҡала |
Сидон, позже Тир |
Эре ҡалалары |
Акко, Ахзив, Сарепта Сидонская, Берит, Библ, Триполи, Карфаген, Арвад |
Телдәр |
Финикийский |
Дин |
Культ городских богов-покровителей |
Идара итеү формаһы | |
Царь | |
• |
См. список |
Финикия Викимилектә | |
Илдең халҡы, финикийлылар, һөнәрселеге, диңгеҙ сауҙаһы һәм мәҙәниәте ныҡ үҫешкән ҡеүәтле цивилизация барлыҡҡа килтергән. Финикия яҙмаһы тарихта билдәләнеп ҡалған иң тәүге фонетик системалы яҙмалар иҫәбендә тора. Финикия цивилизацияһының сәскә атҡан ваҡыты б. э. т. 1200—800 йылдарға тура килә.