Февраль инҡилабы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Рәсәйҙә 1917 йылғы Февраль инҡилабы (совет тарихнамәһендә — Февраль буржуаз-демократик революцияһы[2] йәки Февраль түңкәрелеше[3] шулай уҡ Февраль сыуалыштары һәм Февральщина, көнбайышта шулай уҡ Март революцияһы (яңы стиль календарына ярашлы, ингл. March Revolution) атамаһы йышыраҡ ҡулланыла — Монархияны ҡолатыуға һәм Рәсәйҙә бөтә закон сығарыу һәм башҡарма власты үҙ ҡулына туплаған Ваҡытлы хөкүмәт булдырыуға алып килгән күмәк кешенең, Петроград эшселәренең һәм петроград гарнизоны һалдаттарының, хөкүмәткә ҡаршы сығышы. Революцион ваҡиғалар 1917 йылдың февраль аҙағы — март башы осорон (шул ваҡытта Рәсәйҙә ғәмәлдә булған юлиан календары буйынса) үҙ эсенә алған.
Февраль инҡилабы | |
Кем хөрмәтенә аталған | Февраль |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй империяһы |
Административ-территориаль берәмек | Рәсәй империяһы |
Урын | Санкт-Петербург һәм Рәсәй империяһы |
Ваҡиға ваҡыты | 1917 |
Башланыу датаһы | 8 март 1917 |
Тамамланыу датаһы | 16 март 1917 |
Ҡатнашыусылар | Рәсәй империяһы, Николай II һәм Керенский Александр Фёдорович |
Һәләк булғандар һаны | 1443[1] |
Способствовавшим фактором является | Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө |
Февраль инҡилабы Викимилектә |
Властың киҫкен сәйәси көрсөгө, либераль-буржуаз даирәләрҙең батшаның үҙе генә ҡулында тотҡан сәйәсәте менән ҡырҡа ризаһыҙлығы, революцияға ҡушылған меңләгән хәрбиҙән торған баш ҡала гарнизонындағы «сыуалыш» шарттарында, 1917 йылдың 27 февралендәге дөйөм забастовка ҡораллы ихтилалға әүерелә; баш күтәреүселәр яғына күскән ғәскәр ҡаланың иң мөһим пункттарын, хөкүмәт биналарын яулай. Батша хөкүмәтенә тоғролоҡ һаҡлаған аҙ һанлы һәм тарҡау көстәр баш ҡаланы солғап алған анархияны туҡтата алмай, ә фронттан саҡыртылған бер нисә часть ҡалаға инә алмай.
Февраль революцияһының төп һөҙөмтәһе — Николай II батшаның тәхеттән баш тартыуы, Романовтар династияһының хакимлығы туҡтауы. Илдәге бөтә власть һуғыш осоронда барлыҡҡа килгән буржуаз йәмәғәт ойошмалары (Бөтә Рәсәй земский союзы]], Ҡала союзы, Үҙәк хәрби сәнәғәт комитеты) менән тығыҙ бәйләнгән кенәз Георгий Евгеньевич Львов рәйеслегендәге Ваҡытлы хөкүмәт ҡулына күсә. Ваҡытлы хөкүмәт сәйәси тотҡондарға амнистия, гражданлыҡ ирке, полицияны «халыҡ милицияһы» менән алмаштыра, урындағы үҙидара реформаһын иғлан итә[4].
Революцион-демократик көстәр менән параллель рәүештә — Эшсе һәм һалдат депутаттарының Петроград советы барлыҡҡа килә — һәм был ике власлыҡ тигән билдәләмә аңған хәлгә алып килә.
1917 йылдың 14 мартында яңы власть Мәскәүҙә, марть дауамында — бөтә илдә урынлаша.
1917 йылдың аҙағында Петроградта башланған Октябрь революцияһы Ваҡытлы хөкүмәтте юҡ итә, һәм большевик партияһы сәйәси власҡа килә[5]. Ике революция Рәсәй дәүләт ҡоролошонда кардиналь үҙгәрештәр: Февраль революцияһы, граждандар татыулығын, власть легитимлығын һаҡлап, монархияны төшөрҙө, Октябрь революцияһы — граждандар татыулығын һәм власть легитимлығын тарҡатып, Совет власын урынлаштырҙы.