Уругвай
From Wikipedia, the free encyclopedia
Уругва́й (исп. Uruguay), рус телендә ҡабул ителгән рәсми атамаһы — Уругвайҙың Көнсығыш Республикаһы (Уругвай йылғаһының Көнсығыш яры Республикаһын аңлата; испан. República Oriental del Uruguay [reˈpuβlika oɾjenˈtal del uɾuˈɣwai]) — Атлантик океан яры буйында, Көньяҡ Американың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан дәүләт.
| |||||
Девиз: «Libertad o Muerte
(исп. «азатлыҡ йәки үлем»)» | |||||
Гимн: «Orientales, la Patria o la tumba» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 25 август 1825 ( Бразилиянан) | ||||
Рәсми тел | испан | ||||
Баш ҡала | Монтевидео | ||||
Эре ҡалалар | Монтевидео, Сальто, Такуарембо | ||||
Идара итеү төрө | Президент республикаһы | ||||
Президент
Вице-президент | Табаре Васкес
Лусия Тополански | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 88 176 220 км² 1,5 | ||||
Халыҡ • Һаны (2016) • Халыҡ тығыҙлығы | 3 444 006 чел. (130) 18,6 чел./км² | ||||
Валюта | песо (код UYI, 940) | ||||
Интернет-домен | .uy | ||||
Код ISO | UY | ||||
МОК коды | URU | ||||
Телефон коды | +598 | ||||
Сәғәт бүлкәте | -3 |
Төньяҡтан Бразилия, көнбайыштан — с Аргентина менән сиктәш, көнсығыштан Атлантик океан.
Ҡоро ер сиге 1564 км, диңгеҙ сиге — 660 км.
БМО, МЕРКОСУР, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы ағзаһы. Унитар дәүләт, президент республикаһы.
Баш ҡалаһы — Монтевидео ҡалаһы. Уругвай Чили, Коста-Рика һәм Панама менән бер рәттән (Кариб төбәгенең ҡайһы бер утрау-дәүләттәренән тыш) Латин Америкаһында иң демократик, коррупцияға бирелмәгән, хәүефһеҙ һәм бай илдәрҙең береһе һанала. Шулай уҡ ул бер енесле никахтар, законлаштырылған каннабис, фәхишәлек һәм аборттар кеүек шәхес азатлыҡтары булған илдәргә лә ҡарай. Ил донъя демократия рейтингында 13-сө урында (Канада һәм Люксембург араһында) тора.