Умыртҡалылар (лат. Vertebrata) — умыртҡалығы булған хордалыларҙың
ярым тибы. Хордалыларҙың 95 % тирәһе төрөн үҙ эсенә ала.
Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...
Умыртҡалылар |
|
Фәнни классификация |
---|
арауыҡтағы ранг
Суб-батшалыҡ: | Эуметазойҙар |
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Vertebrata Cuvier, 1812
|
Инфратип |
---|
|
|
|
Ябырға
Умыртҡалылар бөжәктәр менән бергә, Ер йөҙөндә өҫтөнлөк итеүсе хайуандар төркөмө.Төр һаны буйынса бөжәктәрҙән ныҡ ҡалышһалар ҙа, биосфералағы әһәмиәте буйынса алдынғы урын биләйҙәр.
Башҡа хайуандарҙың бөрәһен дә умыртҡаһыҙҙар тигән йыйылма төркөмгә керетәләр. Умыртҡаһыҙҙар атамаһы систематик категория (таксон) түгел.
Умытҡалылар — төҙөлөш һәм физиологик яҡтан юғары үҫеш алған хордалыларҙың ярым тибы.
Умыртҡалыларҙа ултыраҡ тереклек иткән төр юҡ. Улар әүҙем хәрәкәт итәләр, аҙыҡ табыу өсөн һунар итәләр, үрсеү өсөн үҙ төрө эсендә икенсе енесле зат табалар.