Улан-Батор
From Wikipedia, the free encyclopedia
Улан-Батор (монг. УлаанбаатарУландар?, ᠤᠯᠠᠭᠠᠨᠪᠠᠭᠠᠲᠤᠷ?[2] [ʊɮɑːŋ.bɑːtʰɑ̆r] — «ҡыҙыл батыр») — Монголияның баш ҡалаһы. Халыҡ һаны буйынса илдең иң ҙур ҡалаһы — 1 318 100[3] кеше (2012 й.). Айырым административ берәмек булып тора.
Баш ҡала | |||||
Улан-Батор Улаанбаатар | |||||
| |||||
Ил |
МонголияМонголия | ||||
---|---|---|---|---|---|
Координаталар | |||||
Нигеҙләнгән |
1639 | ||||
Элекке исеме |
1706 йылға тиклем — Урга́ (монг. Өргөө) | ||||
Майҙаны |
4704,4 км² | ||||
Бейеклеге |
1350 м | ||||
Климат тибы |
ҡырҡа-континенталь һыҙатлы тау | ||||
Рәсми теле |
[[монгол]] | ||||
Халҡы |
1 318 100 кеше (2012) | ||||
Тығыҙлығы |
280,2 кеше/км² | ||||
Сәғәт бүлкәте |
UTC+8 | ||||
Телефон коды |
+976 (0)11 | ||||
Почта индексы |
210 xxx | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Рәсми сайт |
ulaanbaatar.mn | ||||
Туул йылғаһы үҙәнендә, 1300—1350 м бейеклектә урынлашҡан. Ҡаланың майҙаны — 4704,4 км²[4]. Туве аймағы менән сиктәш.
Улан-Батор —Монголияның сәйәси, коммерция, мәҙәни һәм фәнни үҙәге[5][6], Азияның мөһим финанс үҙәге[7]. Шулай уҡ ул эре транспорт үҙәге[8]. Ҡаланы Сыңғыҙхан халыҡ-ара аэропорты һәм ике аэродром хеҙмәтләндерә, яңы халыҡ-ара аэропорт төҙөлә. Улан-Баторҙың тимер юл вокзалы төбәк һәм халыҡ-ара тимер юл үҙәге булып тора[9].
Туристарҙы ҡаланың тарихи үҙәге һәм изге Богд-Хан-Уул тауы йәлеп итә[10][11] . Ул Бөтә Донъя ЮНЕСКО[12] мираҫтарының яҡынса исемлегенә индерелгән.