Төркиәнең конституция тарихы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Төркиәнең конституция тарихы — төрөк хоҡуҡиәте тарихының Ғосман империяһында 1876 йылда ҡабул ителгән беренсе төп закондан башланғыс алған осоро. Төркиә Республикаһының хәҙерге конституцияһы 1921 йылда ратификациялана, шунан 1924, 1961, 1982 йылдарҙа һәм һуңғы мәртәбә 2010 йылда ҡайтанан ҡарала[1][2]. В 2000-се йылдарҙа Төркиәнең Европа берлегенә инеүе өсөн кәрәкле сәйәси критерийҙарҙы үтәргә булышлыҡ иткән тағы бер конституция реформаһы тураһында мәсьәлә күтәрелә[3][4][5][6]. Һөҙөмтәлә, 2010 йылда конституция референдумы үткәрелә, ул төҙәтеүҙәрҙе раҫлай.
2005 йылдан Ғәҙеллек һәм үҫеш партияһы Төркиәне идараның парламент формаһынан президент республикаһы формаһына күсереү кампанияһын алып бара. 2017 йылдың 16 апрелендә конституция референдумы үтә, унда төрөк һайлаусылары президент республикаһын урынлаштырыу, премьер-министр вазифаһын бөтөрөү, парламент депутаттары һанын арттырыу һәм Судьяларҙың һәм прокурорҙарҙың юғары советын реформалау өсөн тауыш бирә[7][8].