Төньяҡ һәм Көньяҡ (геосәйәсәт)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Төньяҡ менән көньяҡтың ҡапма-ҡаршылыҡта тороуы — донъяның бай төньяҡ һәм фәҡир көньяҡ илдәргә бүленеше, алдынғы һәм үҫештәге илдәрҙең бер-береһенә глобаль ҡапма-ҡаршылыҡта тороуы[1].
Донъяның иң бай 20 илендәге йән башына уртаса килем иң фәҡир 20 илдәгенән 37 тапҡырға артығыраҡ, һуңғы 40 йыл эсендә был айырма ике тапҡырға артҡан. БМО-ның Үҫеш программаһы аналитиктары баһаһына ҡарағанда, XXI быуат башына планетаның иң бай 225 кешеһенең байлығы, бөтәһен ҡушып һанағанда, 1 трлн долларҙан артып киткән, был сумма донъя халҡының 47%-ын тәшкил иткән 2,5 млрд фәҡирҙең йыллыҡ килеменә тиң. «Forbes» журналы исемлегендәге иң бай 500 кешенең килемдәре донъялағы иң фәҡир 416 млн кешенең дөйөм килеменән күберәк.
БМО-ның Үҫеш программаһы баһалауынса, иң бай илдәрҙең донъя ЭТП-һындағы өлөшө — 86 %, уртасаларҙың өлөшө — 13 %, ә иң фәҡирҙәрҙең өлөшө 1 % тәшкил итә. Иҡтисади үҫеш тиҙлегенең төрлөлөгө бай һәм ярлы илдәр араһындағы айырманы ҙурайта бара.