Туҡланыу
From Wikipedia, the free encyclopedia
Туҡланыу (физиологик акт) — кешенең тормошон һәм һаулығын аҙыҡ ярҙамында тәьмин итеү[1] — кеше йәшәйешенең физиологик процестарын, шул иҫәптән, запас энергияһын тулыландырыу һәм үҫеү-үҫеш процестарын тере организмда һаҡлап ҡалыу өсөн аҙыҡ йотоу процесы. Хайуандар һәм башҡа гетеротроф организмдар тере ҡалыу өсөн ашайҙар һәм уларҙың аҙыҡ рациондары һәм туҡлыҡлы матдәләрҙе йотоуы ниндәй биологик класҡа ҡарауҙары менән бәйле. Кешенең һәм хайуандарҙың туҡланыуы көндәлек эшмәкәрлектең ғәҙәти ябай төрө булып тора.
Кеше организмының йәшәүгә һәләтлеге уның тыуғандың беренсе көнөнән алып нисек туҡланыуын ойоштороуға буйһонған. Кешенең аҙығы билдәле күләмдә аҡһымдарҙан, майҙарҙан, углеводтарҙан, витаминдарҙан, минераль матдәләрҙән һәм һыуҙан тора. Шул уҡ ваҡытта ашау ихтыяжы балансы һаны һәм һирәк осрай торған компоненттар менән туҡланыу, тәү сиратта, кешенең йәше, хеҙмәт үҙенсәлеге һәм тормош шарттары менән бәйле. Физиологик (рациональ) туҡланыуҙы , ғәҙәттә, организмдың барлыҡ энергия сығымдарын тулыһынса ҡаплаусы , ә балалар өсөн үҫеш процестарын тәьмин итеүсе нормалар тип аңлайҙар.[2] Организмдың теге йәки был матдәләрҙе үҙләштергәндә барлыҡҡа килгән энергияның һанын был продукттың калориялығы тип атайҙар. Туҡлыҡлы матдәләрҙең үҙләштерелеүе һәр аҙыҡта үҙенә бер төрлө. Ҡатнаш аҙыҡтарҙан аҡһымдарҙың — 92 %, майҙарҙың — 95 %, углеводтарҙың — 98 % кеше организмы тарафынан үҙләштерелә.
ОЭСР һәм ФАО (2014) билдәләүе буйынса, бөртөклө ашлыҡтар донъя халҡының туҡланыу рационында төп аҙыҡ булып тора. Тик бик күп төбәктәрҙә йәшәгән халыҡтарҙың керемдәре ҙур үҫешкәнлектән һәм урбанизация темпы артҡанлыҡтан туҡланыу рационында аҡһымдарҙың, майҙарҙың һәм шәкәрҙең өлөшө артҡандан арта бара[3].