Турку
Финляндияның көньяҡ-көнбайышындағы ҡала һәм порт. / From Wikipedia, the free encyclopedia
Турку[18][19] (бор. урыҫ. Кабы[20], иҫкесә. Або[21][22], фин. Turku [ˈturku] (i), швед. Åbo [ˈoːbu] (i)) — Финляндияның көньяҡ-көнбайышында Аурайоки йылғаһының Архипелаг диңгеҙенә ҡойған урынында урынлашҡан ҡала һәм порт. Варсинайс-Суоми провинцияһының административ үҙәге.
2017 йылдың 31 декабрендә халыҡ һаны 189 669 кешегә етә[23] — Финляндияның халыҡ һаны буйынса алтынсы урын биләгән ҡалаһы, ә ҡала ситендәге биҫтәһендә йәшәүселәрҙе иҫәпкә алғанда (2017 йыл аҙағына) — илдә Хельсинки һәм Тампере[24] ҡалаларынан һуң өсөнсө ҡала агломерацияһы (303 492 кеше).
Ҡалала ике рәсми тел бар: ил халҡының 87,7 проценты фин телен төп тел булараҡ ҡуллана; швед теле халыҡтың 5,3 процентына (2009) туған тел булып тора. Турку көнбайышҡа ҡапҡа тип һанала, ә Европаның Е18 магистрале уны Санкт-Петербург һәм Стокгольм менән тоташтыра. Ҡалала Аланд утрауҙары һәм Швеция араһында йөк һәм пассажирҙар ташыуҙы тәьмин иткән ҙур порт бар. Турку аэропорты Финляндияла ҙурлығы буйынса бишенсе һәм йөк ташыу буйынса икенсе урынды биләй.
Турку ғилми һәм һәм мәҙәни үҙәк булараҡ билдәле: XIII быуаттан бында ике мәктәп эшләй, ә 1640 йылда беренсе университетҡа — Або Король академияһына һәм Финляндияла беренсе типографияға нигеҙ һалына[25]. 1772 йылда Финляндияла беренсе гәзит баҫылып сыға башлай. 2011 йылда Турку Таллин менән бергә Европаның мәҙәни баш ҡалаһы итеп һайлана[26].
Әлеге ваҡытта илдең биотехник производствоһының яҡынса 50 проценты һәм диагностика сәнәғәтенең 60 процентҡа яҡыны тап ошо ҡалала тулланған.
Ғәҙәттә Турку «раштыуа ҡалаһы»[27] тип иҫәпләнелә, илдең төп раштыуа шыршыһы[28] ошо ҡалала урынлаштырыла, бында йыл һайын бик күп мәҙәни саралар үтә.
Йәмәғәт фекере буйынса, 2012 йылда Турку Финляндия граждандары араһында йәшәү өсөн уңайлылыҡ кимәле буйынса икенсе урын биләһә[29], 2013 йылда үткәрелгән һорау алыуҙа ҡала халҡы үҙҙәренең йәшәгән төбәгенән бик ҡәнәғәт булыуҙарын белдерә[30].