Туп уйындары
туп ҡулланылған спорт һәм башҡа төр уйындар / From Wikipedia, the free encyclopedia
Туп уйындары — туп ҡулланылған спорт һәм башҡа төр уйындар. Уларҙың күбеһендә тупты ҡаршы яҡ командала уйнаусылар туҡтата, тотоп ала алмаҫлыҡ итеп ташлау йә иһә уны кире һуғыу, башлыса ҡул һәм аяҡ йә ниндәйҙер уйын ҡоралдары ярҙамында тупты билдәле бер төрлө итеп йүнәлтеү, мәҫәлән баскетболда кәрзинкәгә ташлау, футбол һәм хоккейҙа ҡапҡаға индереү уйынсыларҙың төп маҡсаты итеп ҡуйыла.