Термодинамика тарихы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Термодинамика тарихы — физика тарихы, химия тарихы, һәм бөтә фәндәрҙең нигеҙе менән бәйле.
Боронғолар йылылыҡ миҡдарын (количество теплоты, heat) ут менәй бәйле тип уйлағандар. Б.э.т. 3000 йылдарҙа боронғо Египетлеләр йылылыҡты мифология менән бәйләгән. Сократ философияһына тиклемге заманда Көнбайыш философияһында ҡыҙыу бәхәстәр бара.
Боронғо грек философы Эмпедокл Акрагантский бөтә мәтдәләрҙә дүрт элементтан (ябай берәмектән): ер,һыу, һауа, уттан тора тигән тәғлимәт индерә. Һуңынан барлыҡҡа килгән флагистон һәм калорик төшөнсәләре Эмпедокл тәкдим иткән ут элементы менән бәйле. Боронғо грек философы Гераклит «Был донъла бөтә нәмә лә үҙгәрә» тигән әйтем менән билдәле була. Ул тәбиғәт өс элементан (ут, ер, һыу) тора тигән бәхәстәр йөрөтә.
Атомизм — термодинамика һәм статик механиканы бәйләй торған тәғлимәт. Левкипп, Демокрит кеүек боронғо аҡыл эйәләре атом теорияһына нигеҙ һала. Эксперименталь рәүештә атом теорияһы XX быуатта ғына иҫбат ителә, шуға күрә боронғо аҡыл эйәләре философик фекерҙәр менән генә был теорияға нигеҙ һала. Боронғо аҡыл эйәре Парменид һәм Аристотель тәбиғәттә бушлыҡ (хәҙер вакуум тип йөрөтәләр) булыуы мөмкин түгел, тигән фекер йөрөтәләр. XI быуатта Әбүғәлисина, XVI быуатта Европа ғалимдәре Галилео Галелей һәм башҡалар һауа сағыштырмаса «йылыраҡ» йәки «һалҡыныраҡ» икәнен билдәләү өсөң ябый ғына прибор — термоскоп (термометр) файҙалана башлайҙар.
1600 йылда инглиз философы һәм ғалимы Френсис Бакон «юғары температура бары тик хәрәкәт эшмәкәрлеге» тигән фараз йөрөтә. 1643 йылда Галилео Галилей Аристотельдең «тәбиғәттә бушлыҡ булыуы мөмкин түгел, вакуум мәтдәне үҙенә һура» тигән фекере дөрөҫ булмауын иҫбат итә. Ул вакуум насосы ярҙамында шахталағы һыуҙы 30 футҡа тиклем генә күтәрергә мөмкин икәнен күҙәтә. Был ҡыҙыҡлы факты тикшерергә үҙенең уҡыусыһы Торричеллиға ҡуша. Торричелли насос ярҙамында һыуҙы күтәргәндә вакуум һурып ала тип түгел, һыуҙы һауа баҫымы күтәрә иҫәпләй. Үҙенең теорияһын иҫбатлау өсөн, ул бер башы эретеп йәбештерелгән быяла торба эсенә терекөмөш тултыра. Был торбаны баштүбән әйләндереп эсенә терекөмөш һалынған табаҡҡа ҡуя. Торба эсендә терекөмөш бер аҙ аҫҡа төшә һәм торбаның өҫкө өлөшөндә вакуум барлыҡҡа килә. Был яһалма юл менән алынған беренсе вакуум була. Аристотельдең тәбиғәттә бушлыҡ юҡ, вакуум мәтдәне уҙенә һурып ала тигән теорияһы юҡҡа сыға.