Тау
From Wikipedia, the free encyclopedia
Тау — бейеклеге менән тирә-яҡтағы кимәлдән айырылып торған ҡалҡыу урын[1][2].[3]; ер рельефының тигеҙлек өҫтөнән ыңғай яҡҡа үҙгәргән формаһы, ер өҫтөнөң төрлө бейеклектә (бер нисә метрҙан бер нисә километрға тиклем) айырылып торған өлөшө. Эргәһендәге тигеҙлектән тау итәге айырып тора.
Тау түбәһе формаһы буйынса тау сусағы һымаҡ, плато һымаҡ, көмбәҙ һымаҡ була. Һыу аҫтындағы тауҙар утрауҙар кеүек ҡалҡып сығыуы мөмкин.
Барлыҡҡа килеүе буйынса тауҙар тектоник күренештәрҙән һәм вулкандан барлыҡҡа килгән тауҙарға айырыла[4].