Танганьика
From Wikipedia, the free encyclopedia
Танганьи́ка (элекке исеме Танганайка[1][2][3][4][5]) — үҙәк Африкалағы ҙур күл. Оҙонлоғо буйынса иң оҙон сөсө һыулы күл.
Ҡыҫҡа факттар Танганьика, Морфометрия ...
Озеро | |
Танганьика | |
---|---|
ингл. Lake Tanganyika, фр. Lac Tanganyika, суахили ziwa Tanganyika | |
Морфометрия | |
Абсолют бейеклеге | 773 м |
Үлсәме | 676 × 72 км |
Майҙаны | 32 900 км² |
Күләме | 18 900 км³ |
Яр һыҙаты | 1828 км |
Иң тәрән урыны | 1470 м |
Уртаса тәрәнләк | 570 м |
Гидрология | |
Үтә күренеүсәнлеге | 30 м тиклем м |
Бассейн | |
Площадь бассейна | 231 000 км² |
Впадающие реки | Рузизи, Малагараси |
Урынлашыуы | |
6°06′ ю. ш. 29°30′ в. д._type:waterbody HGЯO | |
Танганьика Викимилектә |
Ябырға
Планетала (Байкал менән бер рәттән) иң тәрән һәм боронғо күл. Күләме һәм тәрәнлеге буйынса Танганьика, сөсө һыулы күлдәр араһында, Байкалдан ҡалышып, икенсе урында[6]. Күл ярҙары дүрт илгә ҡарай — Конго Демократик Республикаһы, Танзания, Замбия һәм Бурунди.
Танганьика күле диңгеҙ кимәленән 773 метр бейеклектә Африканың тәрән тектоник уйпатында урынлашҡан, һәм Көнсығыш Африканың боронғо риф системаһы өлөшө булып тора. Һыу аҫты тупһыһы күлде ике тәрән бассейнға бүлә. Күл, донъяның иң ҙур йылғаларының береһе, Конго бассейнына ҡарай.
Күл, 1858 йылда, инглиз сәйәхәтселәре Р. Бёртон һәм Дж. Спик тарафынан асылған.