Сүәйс (Суэц) каналы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Әс-Сүәйс каналы (рус. Суэ́цкий кана́л, ғәр. قناة السويس, Qanā al-Suways) — Мысырҙағы Урта диңгеҙҙе Ҡыҙыл диңгеҙ менән тоташтырған канал.
Әс-Сүәйс каналы | |
---|---|
ғәр. قناة السويس | |
Урынлашыуы | |
Ил | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 160 км |
Һыу ағымы | |
Инеше | Урта диңгеҙ |
Тамағы | Ҡыҙыл диңгеҙ |
Сүәйс Викимилектә |
Суэ́ц кана́лы (ғәр. قناة السويس, Канат эс-Сувайс[1]) — Мысырҙағы Урта диңгеҙ менән Ҡыҙыл диңгеҙҙе тоташтырған шлюзһыҙ караптар йөрөрлөк канал . Канал зонаһы- ике ҡитға арһындағы шартлы сик (Африка менән Евразия араһында). Һинд океаны менән Атлантик океандың Урта диңгеҙ акваторияһы араһында иң ҡыҫҡа һыу юлы (икенсе юл- Африканы урап, 8 мең км). Суэц каналы караптар йөрөү өсөн 1869 йылдың 17 ноябрендә асыла. Төп порттар: Порт-Саид һәм Суэц[2].
Синай ярымутрауынан көнбайыштараҡ урынлашҡан, оҙонлоғо 160 км, һыу өҫтө киңлеге 350 м,һыу аҫтында киңлеге— 45—60 м, тәрәнлеге 20 м[3]. Канал Мысырҙа, Урта диңгеҙҙәге Порт-Саид менән Ҡыҙыл диңгеҙҙәге Суэц араһында урынлашҡан. Көнсығыш яҡта Порт-Саидҡа ҡаршы Порт-Фуадта Суэц каналы администрацияһы эшләй. Каналдың көнсығыш яғында Суэц ҡаршыһында — Порт-Тауфиҡ. Канал буйында, Тимсах күле янында ҙур сәнғәт үҙәге — Исмаилия ҡалаһы.
Канал караптарға Европа менән Азия араһында, Африканы урап тормай, ике яҡҡа ла йөрөгә мөмкинлек бирә. Канал асылғансы караптарҙағы йөктәрҙе Урта диңгеҙ менән Ҡыҙыл диңгеҙ ярҙарында бушатып, ҡоро ерҙән бер диңгеҙҙән икенсеһенә ташырға тура килгән.
Канал ике өлөштән тора: төньяҡҡа һәм көньяҡҡа табан Ҙур тоҙло күлдән башланып, Урта диңгеҙҙе Ҡыҙыл диңгеҙҙәге Суэц ҡултығына тиклем.
Ҡышҡы айҙарҙа һыу тоҙло күлдәрҙән төньяҡҡа табан аға, ә йәйен кирегә, Урта диңгеҙҙән көньяҡҡа. Күлдәрҙән көньяҡҡа табан һыу ағышы һыу ҡалҡыу менән һыу ҡайтыуға ҡарап үҙгәрә.
Суэц каналы администрацияһы мәғлүмәттәре буйынса 2010 йылда ул 4,5 млрд дол. (АҠШ) килем килтергән[4], был Мысырҙа туризмдан ҡала бюджеты тулыландырыусы икенсе ҙур сығанаҡ, туризм 13 млрд доллар (АҠШ) килтергән[5]. 2011 йылда килем 5,22 млрд доллар (АҠШ) тәшкил итә. ул йылда канал аша 17799 карап үтә, был алдағы йылдан 1,1 процентҡа әҙерәк[6].