Сүриә теле
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сүриә теле (ܠܫܢܐ ܣܘܪܝܝܐ leššānā Suryāyā) — арам төркөмөнөң үле теле.
Сүриә теле | |
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме |
ܠܫܢܐ ܣܘܪܝܝܐ |
---|---|
Илдәр |
Левантта, Месопотамияла һөйләш теле, |
Статус |
үле тел, сүриә яковсы сиркәүендә дин хеҙмәте башҡарғанда ҡулланыла |
Классификация | |
Категория | |
| |
Әлифба |
сүриә яҙмаһы |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97 |
сир 602 |
ISO 639-1 |
— |
ISO 639-2 | |
ISO 639-3 | |
Был телдә Википедия | |
Беҙҙең эраның I быуатынан Яҡын Көнсығыштың христиан общинаһында әҙәби һәм дини хеҙмәт башҡарыу теле булараҡ файҙаланыла. VIII быуаттың аҙағына һөйләш теле булараҡ ғәрәп теле тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарыла. XIV быуатҡаса әҙәби тел булараҡ ҡулланыла. Мысырҙан Ҡытайға тиклем арауыҡта йәшәгән ҙур күләмле әҙәбиәт ошо телдә яҙылған.
Әлегә тиклем несторсы һәм яковсы сиркәүҙәрҙең дин хеҙмәте башҡарыу теле итеп файҙаланыла. Әлеге замандағы яңы арам телдәре сүриә телен үҫтереүҙән барлыҡҡа килгән. Рус Көнсығышты әйрәнеү әҙәбиәтендә сүриә телен сир теле тип тә йөрөтәләр.