Сүриә
Яҡын Көнсығыштағы дәүләт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Сүриә ғәрәп Йөмһүриәте (ғәр. الجمهورية العربية السورية, аль-Джумхури́йя аль-Араби́йя ас-Сури́йя) — Яҡын Көнсығыштағы дәүләт. Көньяҡ-көнбайышта Ливан һәм Израиль менән сикләшһә, көньяҡта Иордания, көнсығышта Ираҡ, төньяҡта Төркиә менән сиктәш. Көнбайыштан Урта диңгеҙ ярҙарын йыуа.
| |||||
Гимн: «Хомат ад-Дияри» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 17 апрель 1946йыл беренсе тапкыр иғлан ителгән Сентябрь 1936, | ||||
Рәсми тел | ғәрәп Сир-месопотам диалекттәре төркөмө. | ||||
Баш ҡала | Дамаск | ||||
Эре ҡалалар | Алеппо, Дамаск, Хомс | ||||
Идара итеү төрө | Парламент республикаһы | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 86 185 180, шуларҙың11703 км² Израиль баҫып алған һәм 1990 йылда аннексияланған км² 0,06 | ||||
Халыҡ • Һаны (2007) • Халыҡ тығыҙлығы | 19 405 000, шуларҙың 40 меңе Хермон тауында территорияла йәшәй. чел. (55-56) 103 чел./км² | ||||
Валюта | фунт (SYP, 138) | ||||
Интернет-домен | .sy | ||||
Код ISO | SY | ||||
МОК коды | SYR | ||||
Телефон коды | +963 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d][1][2] һәм Asia/Damascus[d][3] |
Cүриәнең дөйөм халыҡ иҫәбе 20, 2 млн кеше (2009 йылғы иҫәп алыу һөҙөмтәләре буйынса). Ярты сүриәлеләр сөнниҙәр, шулай уҡ ярайһы ғына кимәлдә шиғыйҙар ҙа бар. Шулай уҡ исмәғилит һәм ғәләүит ағымындағы мосолмандар ҙа бар (16 %). Төрлө йүнәлештәге христиан динлеләр (10 %). Исламиттар ҙа күҙәтелә. Дәүләт теле — ғәрәп теле. 1963 йылдан алып республикала «Баас» партияһы өҫтөнлөккә эйә. Бөгөнгө Сүриә 60 йыллыҡта ҡына иҫәпләнһә лә, илдә беҙҙең эраға тиклемге 4-се быуатта уҡ цивилизация башланған. Баш ҡалаһы — Дәмәшке (Дамаск), Бедекер белдереүенсә Дәмәшке иң боронғо баш ҡалалаларҙан иҫәпләнә.