Сызрань юғары хәрби авиация осоусылар училищеһы (хәрби институт)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Хәрби-һауа көстәренең «Н. Е. Жуковский һәм Ю.Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһы» уҡыу-ғилми үҙәге филиалы— Һамар өлкәһенең Сызрань ҡалаһындағы осоусылар училищеһы. XX быуат уртаһынан хәрби авиация вертолеттарына лётчиктар әҙерләү өлкәһендә Рәсәйҙең алдынғы уҡыу йорто булып тора.
Сызрань юғары хәрби авиация осоусылар училищеһы | |
Нигеҙләү датаһы | март 1940 |
---|---|
Эшмәкәрлек йылдары | март 1940 |
Һуғыш/алыш | Афған һуғышы, Первая чеченская война[d], Война в Грузии[d] һәм Военная операция России в Сирии[d] |
Дәүләт |
Рәсәй СССР |
Административ-территориаль берәмек | Сызрань |
Етәксе орган | ВУНЦ ВВС Военно-воздушная академия имени профессора Н. Е. Жуковского и Ю. А. Гагарина (г. Воронеж)[d] |
Баш компания (ойошма, предприятие) | ВУНЦ ВВС Военно-воздушная академия имени профессора Н. Е. Жуковского и Ю. А. Гагарина (г. Воронеж)[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Сызрань, Һамар өлкәһе, Рәсәй |
Рәсми сайт | svvaul.ru |
Сызрань юғары хәрби авиация осоусылар училищеһы (хәрби институт) Викимилектә |
Училище 1940 йылдан алып эшләй, 1998 йылда институтҡа үҙгәртеп ҡорола. 2010 йылдан алып Жуковский һәм Гагарин исемендәге Хәрби-һауа көстәре үҙәге филиалы булып тора. Әлеге ваҡытта училищела 10 кафедра, лаборатория, махсуслаштырылған кабинеттар һәм тренажёрҙар эшләй. Училищела Тажикстан, Әрмәнстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Чад республикаларынан, Вьетнамдан, Гвинея, Бурунди, Ангола, Лаос, Джибути, Мали, Шри-Ланки, Ливия, Монголия, Судан һәм Никарагуа ҡалаларынан сит ил хәрби белгестәре әҙерләнә.
Совет осоронда училище курсанттары өс вертолет полкында әҙерлек үтәләр, улар Сызрань (Троекуровка) Пугачев һәм безенчук ародромдарында урынлаша. 1991 йылда училище составына шулай уҡ Һарытауҙа Сокол аэродромында урынлаҡан вртолет полкы индерелә.
2012 йылда 131-й вертолет полкы һәм 484- се вертолет полктары 339 -се уҡытыу авиация азаһына әүрелеә, ул Сызрань филиалы ҡармағынан сығарыла.
2019 йылға ҡарата филиал 1-5 курс курсанттарының теоретик әҙерлеген үтәй.