Спокан (Вашингтон)
From Wikipedia, the free encyclopedia
'Спокан[10] (ингл. Spokane, spoʊˈkæn, амер. spō·kăn) — АҠШ-тың көньяҡ-көнбайышында, Вашингтон штатындағы ҡала, Сиэтл ҡалаһынан көнсығышҡа ҡарай 436. км (271 миль) һәм Канаданың төньяҡ сигенән 180 км (110 миль) алыҫлыҡта урынлашҡан. Шул уҡ исемле йылға буйында ята һәм Эске Төньяҡ-Көнбайыш өлкәһенең административ үҙәге булып тора (ингл. Inland Northwest). Был иң ҙур ҡала һәм Спокан округының үҙәге[11].
Спокан | |
ингл. Spokane | |
Флаг | |
Нигеҙләү датаһы | 1871 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Spokane |
Кем хөрмәтенә аталған | Спокан[d] |
Этнохороним | Spokanite һәм Spokanites |
Нигеҙләүсе | James N. Glover[d] |
Рәсми тел | инглизсә |
Дәүләт | Америка Ҡушма Штаттары |
Административ үҙәге | Спокан[d] |
Административ-территориаль берәмек | Спокан[d] |
Сәғәт бүлкәте | PDT[d] |
Статистическая область | Spokane metropolitan area[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Спокан[d] |
Территория перекрывается с | Spokane urban area[d][1] |
Хөкүмәт башлығы вазифаһы | Mayor of Spokane, Washington[d] |
Хөкүмәт башлығы | Nadine Woodward[d][2] |
Халыҡ һаны | 228 989 кеше (1 апрель 2020)[3][4] |
Процент водной поверхности | 1,2875 процент[5] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 562 ± 1 метр |
Туғандаш ҡала | Махачҡала[6], Нисиномия[d], Лимерик[d], Чечхон[d], Гирин[d] һәм Любек[d] |
Милке | Spokane International Airport[d] һәм Joe Albi Stadium[d] |
Майҙан | 180,018452 км²[7] |
Почта индексы | 99201–99220, 99223–99224, 99228, 99251–99252, 99256, 99258, 99260 һәм 99299 |
Рәсми сайт | spokanecity.org |
Тема иҡтисады | economy of Spokane, Washington[d] |
Число домохозяйств | 93 075 ± 1079[8] |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 23 832 |
Доход на душу населения | 30 791 $[9] |
Official map URL | my.spokanecity.org/opend… |
Урындағы телефон коды | 509 |
Спокан Викимилектә |
Дэвид Томпсон Спокан территорияһын өйрәнә һәм 1810 йылда Төньяҡ-Көнбайыш Spokane House компанияһының төҙөлөүе һәм киңәйеүе ваҡытында Европа ултырағына нигеҙ һала. Был сауҙа порты Вашингтонда беренсе ауыл һәм 16 йыл дауамында Ҡаялы һәм Каскад тауҙары территорияһында йәнлек тиреһе менән һатыу итеүҙең үҙәге була. 19 быуат аҙағында бында алтын һәм көмөш табыла. Спокандың тирә-яғы Төньяҡ Америкала ҡаҙылмалар сығарыу буйынса иң файҙалы төбәктәрҙең береһе була. Спокан иҡтисады оҙаҡ ваҡыт тәбиғәт ресурстарының хаҡына бәйле була; әммә һуңынан тармаҡтарҙың диверфикацияһы үтә һәм хәҙер ҡалала юғары технологиялы йүнәлештәрәүҙем үҫешә.
Спокан ҡалаһы (башта Спокан Фоллс тип аталған) 1871 йылда барлыҡҡа килә һәм 1881 йылда рәсми рәүештә ҡала статусын ала. Ҡаланың исеме индеецтар ҡәбиләһе Спокандан килеп сыҡҡан, урындағы Сэлиш индеецтары теленән тәржемә иткәндә «Ҡояш балалары» тигәнде аңлата[12]. Ҡалаға шулай уҡ «Күксин ҡала» исеме лә нығынған, сөнки был ерҙәрҙә егерменсе быуаттар аҙағынан күпләп сирень үҫтергәндәр[13]. 1881 йылда Төньяҡ-тымыҡ океан тимер юлын төҙөү тамамланғандан һуң ҡаланың эре тимер юлы үҙәге булараҡ стратегик хәле арҡаһында Спокан халҡы ныҡ арта. Спокан шулай уҡ Атайҙар Көнө байрамы менән билдәле, ул йыл һайын июнь айында үткәрелә.
2010 йылда АҠШ-тың халыҡ иҫәбен алыу буйынса мәғлүмәттәргә ярашлы ҡала халҡы 208 916 кеше тәшкил итә, ҙурлығы буйынса был Вашингтон штатында икенсе һәм Сиэтл һәм Портлендтан ҡала Тымыҡ океан Төньяҡ-Көнбайыштың Америка өлөшөндә өсөнсө күрһәткес. Спокан АҠШ-та халҡының һаны буйынса 102-се ҡала һәм Спокан метрополитен статистик ареалдың үҙәк ҡалаһы ролен үтәй, ул Спокан округы сиктәре менән тап килә. 2010 йылда округ халҡы 471 221 кеше тәшкил итә[14].
Спокан округынан көнсығышҡа ҡарай Кёр-д'Ален статистик ҡала округы урынлашҡан, ул тулыһынса Кутеней округынан тора; ике округтың дөйөм халҡы 2010 йылда 609 715 кеше тәшкил иткән, был ҙурлығы буйынса Сиэтл, Портленд һәм Ванкуверҙан ҡала Төньяҡ-Көнбайышта дүртенсе күрһәткес. Федераль хөкүмәт һәм Идаралыҡ Департаменты һәм Бюджет 2010 йылғы иҫәп алыу һөҙөмтәләре раҫланған осраҡта Спокан ҡала статистик округын Кутеней окургы менән рәсми берләштереүҙе планлаштыра. Яңы округ «Спокан-Кёр-д’Ален ҡала статистик округы» тип аталасаҡ. Был 2013 йылдан һуң да ҡалмай эшләнәсәк һәм шул ваҡытҡа халыҡтың һаны 650 000 тиклем артасаҡ[15].