Соус
From Wikipedia, the free encyclopedia
Со́ус (франц. sauce — подливка) — төп блюдоға йәки гарнирға һалып ашау өсөн шыйыҡ тәмләткес. Соустар блюдоны һутлыраҡ, тәмлерәк итә, уның калорияһын күтәрә. Күп кенә соустар тәмләткестәр һәм тәм биреүсе матдәләрҙән тора. Нәҡ улар организмдың аш һеңдереү органына ҡуҙғытҡыс тәьҫир итә. Соустың сағыу төҫө блюдолағы төп продукттарҙың да төҫөн айырып күрһәтеүгә булышлыҡ итә. Подливтар татлы блюдоларға ла бирелә. Мәҫәлән, эремсек ҡабартмаларына, оладьиларға, ҡоймаҡҡа ҡаймаҡ йәки ярым шыйыҡ кеҫәл, йә булмаһа емеш-еләкле татлы кеҫәл бирергә мөмкин. Соустарҙы әҙер блюдоларға ғына ҡушып бирмәйҙәр, ә уны әҙерләү процесында ла уңышлы файҙаланалар. Ҡайһы бер продукттарҙы соуста ҡыҙҙыралар йәки соуста быҡтыралар. Соустарҙы һаҡлай торған махсус соус һауыттары була. Киң таралған соустар: кетчуп, майонез, соя соусы, бешамель, ткемали, соцебели, сальса, балыҡ соусы, һарымһаҡ соусы, бәшмәк соусы, татар соусы. Соус һүҙе лат. salsus — «тоҙланған» тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан[1]. Боронғо Рим дәүеренә иң тәүге киң билдәле гарум соусы инә.