Солтанәхмәт мәсете
әһәмиәте буйынса Истанбулдың беренсе мәсете. Алты манаралы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Зәңгәр мәсет йәки Солтанәхмәт мәсете (төр. Sultanahmet Camii) — әһәмиәте буйынса Истанбулдың беренсе мәсете. 6 манаралы Истанбулдағы иң ҙур мәсет. Дүрт манараһы ғәҙәттәгесә: яҡтар буйлап, ә ике бәләкәйерәге — тышҡы мөйөштәрендә. 1609—1616 йылдарҙа ғосман солтаны Әхмәт I күҙәтеүе аҫтында архитектор Седефкадар Мәхмүт Аға проекты буйынса төҙөлгән. Ислам һәм донъя архитектураһының күренекле өлгөһө һанала. Мәсет Мәрмәр диңгеҙ буйында, Истанбулдың тарихи үҙәгендә, Солтанәхмәт районында, Айя Суфия мәсете ҡаршыһында урынлашҡан. Мәсет баш ҡала символдарының береһе булып тора.
Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Зәңгәр мәсет (мәғәнәләр).
Ҡыҫҡа факттар
Мәсет | |
Солтанәхмәт мәсете Sultanahmet Camii | |
Ил | Төркиә |
Ҡала | Истанбул |
Архитектура стиле | византия һәм ислам архитектураһы |
Төҙөлөш | 1609—1616 йылдар |
Вместимость | 10000 кеше |
Торошо | эшләй |
Мәсет Викимилектә |
Ябырға
1616