Сит илдә эшләгән Эстония хөкүмәте
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сит илдә эшләгән Эстония хөкүмәте эст. Eesti valitsus eksiilis) ― Эстония Республикаһының, үҙ иленән ҡыуылып, сит илдә эшмәкәрлеген дауам иткән һәм, рәсми рәүештә иғлан ителеп, 1953 йылдан алып 1992 йылда Эстония территорияһында эстон суверенитеты тергеҙелгәнгә тиклем эшләгән дәүләт власы[1]. Һөргөндә эшләгән хөкүмәт, 1940 йылда советтарҙың баҫып инеүенә тиклем эшләгән һуңғы эстон хөкүмәтенән һуң улар, ҡабул итеп алған конституцион күсәгилешлеккә таянып, үҙенең лигитим власть булыуын раҫлай. Эшләү дәүерендә был хөкүмәт халыҡ-ара берләшмәлә лә таныла.