Сидней
From Wikipedia, the free encyclopedia
Си́дне́й[1] (ингл. Sydney, [ˈsɪdni][2] әйтелеше (мәғл.)) — 12 144,6 км² майҙаны менән Австралияның иң ҙур һәм иң боронғо ҡалаһы[3], 2017 йылдың июненә ҡарата халҡы 5 131 326 кеше тәшкил иткән[4]. Сидней Яңы Көньяҡ Уэльс штатының баш ҡалаһы иҫәпләнә. Ҡалаға 1788 йылда Филлип Артур нигеҙ һалған, ул бында Беренсе флот башлығында килә һәм Австралияла беренсе колониаль ултыраҡ төҙөй[5]. Колонистар ҡаланы Бөйөк Британия колонияларының министры лорд Сидней хөрмәтенә атаған.
Ҡала | |||||
Сидней Sydney | |||||
| |||||
Ил |
АвстралияАвстралия | ||||
---|---|---|---|---|---|
Штат |
Яңы Көньяҡ Уэльс | ||||
Координаталар | |||||
Нигеҙләнгән | |||||
Ҡала с | |||||
Майҙаны |
12144,6 км² | ||||
Климат тибы |
океаник | ||||
Халҡы |
4504469 человек (2009) | ||||
Тығыҙлығы |
371 кеше/км² | ||||
Сәғәт бүлкәте |
UTC+10, йәйге UTC+11 | ||||
Телефон коды |
+61 2 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Рәсми сайт |
cityofsydney.nsw.gov.au (инг.) | ||||
Сидней Австралияның көньяҡ-көнсығыш яры буйында урынлашҡан. Ултыраҡ Тасман диңгеҙенән (~ 1 км) тар ҡултыҡ менән айырылыусы һуҙылып киткән Сидней-Харбор бухтаһының — Порт-Джэксон ҡултығының көньяҡ тармағының урта өлөшөндә урынлашҡан түңәрәк бәләкәй бухта ярында төҙөлә. Артабан ҡала Сидней-Харбор бухтаһынан көньяҡҡа ҡарай (бухтаның оҙонлоғо 20 км, киңлеге 1—3 км һәм тәрәнлеге 50 м тиклем), ә аҙаҡ уның тирәләй төҙөлә. Был Сиднейҙы йыш ҡына «Бухта янындағы ҡала» тип атауға сәбәп була.
Ваҡыт үтеү менән ҡала ҡоролмалары тулыһынса өс бухтаны — Сидней-Харборҙы, Урта бухтаны (ингл. Middle Harbour) һәм Төньяҡ бухтаны (ингл. Middle Harbour) үҙ эсенә алған Порт-Джексон ҡултығын биләй. Хәҙерге ваҡытта Сидней тағы ла ҙурайҙы һәм үҙ эсенә Тасман диңгеҙенең көньяҡҡа ҡарай урынлашҡан Ботани ҡултығын ала, уның төньяҡ ярында Кинсфорд Смит исемендәге халыҡ-ара аэропорт урынлашҡан.
Ҡала үҙенең опера театры, Харбор-Бридж күпере һәм үҙенең пляждары менән дан тота. Ҙур Сиднейҙың торлаҡ йорттары милли парктар менән уратып алынған. Яр һыҙығы (тышҡы «диңгеҙ», шулай уҡ ҡала эсе лә) саманан тыш киҫкеләнгән. Унда күп һанлы ҡултыҡтар, бәләкәй бухталар, утрауҙар һәм пляждар бар.
1999 йылғы Лоуборо классификацияһына ярашлы ҡала бета-класс категорияһына ҡарай[6]. Сидней — күп һанлы халыҡ-ара сәйәси һәм спорт саралараын үткәреү урыны. Бында 1938 йылда Британия империяһының Уйындары, 2000 йылда Йәйге Олимпия уйындары, 2003 йылда регби буйынса Донъя чемпионаты үтә. 2007 йылдың сентябрендә Сиднейҙа АТЭС (Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлеге) ил башлыҡтарының осрашыуы, 2008 йылдың июлендә Халыҡ-ара Йәштәр көнө үтә.
Сидней донъяның күп мәҙәниәтле һәм күп милләтле ҡалаларҙың береһе, был Австралияға даими йәшәү өсөн килгән иммигранттарҙың йәшәүе өсөн төп урын булыу факты менән бәйле.[7]. Мерсер тикшеренеүҙәренә ярашлы, Сидней тормоштоң ҡыйбатлығы буйынса Австралияла беренсе урында һәм донъяла был күрһәткес буйынса 66-сы урында тора[8].