Серәкәйҙәр
From Wikipedia, the free encyclopedia
Серәкәйҙәр, (рус. настоящие комары, лат. Culicidae) — ике ҡанатлылар ғаиләһенән булған бөжәк, оҙонморондар (Nematocera) төркөмөнә ҡарай. Был ғаиләнең ауыҙ ағзалары бик үҫешкән. Өҫкө һәм аҫҡы ирендәре һуҙынҡы, улар нәҙек кенә энәләр өсөн футляр барлыҡҡа килтерә (яңағы 2 пар); ата серекәйҙең яңаҡтары үҫешмәгән, улар тешләшмәй. Аяҡһыҙ личинкалары һәм ҡурсаҡтары аҡмаған һыуҙа йәшәй. Донъяла барлығы 3000 төр серәкәй иҫәпләнә. Улар 38 ырыуға берләшә[1]. Рәсәйҙә 100 төрө билдәле.
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
Ентеклерәк мәғлүмәт ?Серәкәйҙәр, Фәнни классификация ...
? Серәкәйҙәр | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Culicidae | ||||||||||||||||
Ырыуҙар | ||||||||||||||||
һәм башҡалар. Тексты ҡара. | ||||||||||||||||
|
Ябырға
Ҡаҙылма серәкәйҙәр аҡбур осоронан алып билдәле.