Самурай
Японияла ваҡ дворяндарҙың хәрби-феодал ҡатламы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Самурай (япон. 侍?, япон телендә шулай уҡ «буси» (武士)) һүҙе лә ҡулланыла — феодаль Японияла — эре милекле кенәздәрҙән башлап (даймё) ваҡ дворяндардарға тиклем аҡһөйәк феодал-ир-егеттәр, онна-бугэйсянан башҡаһы; тар мәғәнәлә һәм йыш ҡулланылған мәғәнәлә — ваҡ дворяндарҙың хәрби-феодал ҡатламы. «Самурай» һәм «буси» һүҙҙәре мәғәнәләре буйынса бер-береһенә бик яҡын, әммә «бу» (яугир) — киңерәк төшөнсә, ул һәр ваҡыт самурайға ҡарата ҡулланыла. Йыш ҡына самурайҙарҙы Европаның урта быуаттағы рыцарҙары менән тиңләштерәләр, бындай сағыштырыу төптө дөрөҫ түгел.
Ә «самурай» һүҙе боронғо билдәһеҙ ҡылым формаһынан килеп сыҡҡан (. 侍ふ сабурау)[1]; йәғни хеҙмәтле кеше. Самурайҙар яугир-рыцарҙар ғына түгел. Улар үҙҙәренең даймёһын йәки сюзеренды һаҡлайҙар, шул уҡ ваҡытта көндәлек тормошта уның хеҙмәтселәре була.
Самурайҙың төп ҡоралы ике япон ҡылысы була. XIV—XIX быуаттарҙа катан һәм вакидзасилар ҙа була. Бынан тыш, самурай оҙон уҡлы йәйәгә эйә булырға тейеш була. Самурай хәрби кейемдәре бер-береһенә бау ярҙамында тығыҙ итеп бәйләнгән бик күп пластиналарҙан эшләнгән.