СССР ордендары
Wikimedia-Listn / From Wikipedia, the free encyclopedia
Совет Рәсәйендә һәм Совет Социалистик Республикалар Союзында ордендарға ҡағылышлы элекке традицияларҙан баш тартыла. Мәҫәлән, Совет Рәсәйенең беренсе ордены (РСФСР Ҡыҙыл Байраҡ ордены) ҡат-ҡат бирелә алған. Бер нисә дәрәжә орден менән наградлағанда бер юлы бөтә дәрәжә билдәләре лә йөрөтөлгән. Тәүҙә совет ордендарының таҫмалары ла, ҡалыптары ла булмаған, улар винт менән беркетелгән. Айырым осраҡтарҙа (мәҫәлән, Ватан һуғышы орденының тәүге сығарылыштары) ҡыҙыл туҡыма менән көпләнгән тура дүртмөйөшлө планкаға беркетелгән. Совет ордендарында ҡалып менән таҫма 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ғына барлыҡҡа килгән. Башҡа социалистик илдәрҙең орден системалары ла күп йәһәттән совет системаһыныҡына оҡшаш булған.