Рус-швед һуғышы (1788—1790)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Рус-швед һуғышы (1788—1790) — Рәсәй менән 1700—1721 йылдарҙағы Төньяҡ һәм 1741—1743 йылдарҙағы рус-швед һуғыштары[1]) барышында юғалтҡан биләмәләрен ҡайтарып алырға ынтылыуы арҡаһында тоҡанған һуғыш. 1788 йылдың 21 июнендә швед ғәскәрҙәре (38 мең кеше) Густав Өсөнсө етәкселеге аҫтында Рәсәй империяһы территорияһына баҫып инәләр һәм Нейшлот нығытмаһын ҡамап алалар.
Рус армияһы составына 1, 2, 3, 4-се башҡорт һәм 1‑се мишәр атлы полктары ингән. Башҡорт полктары Кири ауылы, Христина һәм Сен-Михель ҡалалары янындағы алыштарҙа ҡатнашҡан. Һуғышта ҡатнашыусылар «1790 йыл. Швеция менән солох төҙөү өсөн» көмөш миҙалы менән бүләкләнгән. Һуғыштан һуң, 1792 йылға тиклем, 1‑се, 4‑се башҡорт һәм 1‑се мишәр полктары Полоцк наместниклығының Динабург ҡалаһынан алып Ригаға тиклем сик буйы хеҙмәтен үтәгән[1]). Йәйгеһен башҡорт полктары Финляндия территорияһында хәрби ғәмәлдәрҙә, Ырымбур казактары менән берлектә Балтик диңгеҙенә десант төшөрөүҙә, дошман тылына рейдтарҙа ҡатнашалар, кордон хеҙмәтен алып баралар[2].
Флоттың төп хәрби ғәмәлдәре Балтик диңгеҙендә бара: Гогланд алышы (1788), Эланд алышы (1789), Роченсальм алышы (1789), Выборг алышы (1790), Красная Горка алышы (1790), Ревель алышы (1790), ә ҡоро ер ғәскәрҙәре Финляндия территорияһында һуғыша[2].
Һуғыш парламентҡа таянған буржуаз көстөрҙең «кәпәстәр партияһы» һәм Густав III дәүләт түңкәрелеше һөҙөмтәһендә власҡа килгән нәҫелле аҡ һөйәктәрҙең «эшләпәләр партияһы» ҡапма-ҡаршы тороу һөҙөмтәһендә килеп сыға. Швед конституцияһының гаранттарының береһе булараҡ Рәсәй швед буржуаздарын яҡлай, әммә Густав Өсөнсөнең швед парламенты был ваҡытҡа тышҡы сәйәсәткә үҙенең йоғонтоһон юғалтҡан була. 1775 йылда уҡ йәш король Рәсәйгә ҡаршы һуғышҡа әҙерләнә башлай. Был һуғыш Швецияға — Балтикалағы элекке хакимлыҡты ҡайтарырға, ә һуңынан Норвегияны яулап алырға мөмкинлек аса[3]. Һуғыш шулай уҡ швед финанстарының хәлен дә яҡшыртырға тейеш була: 1787 йылда Төркиә менән һуғыш башланғас та, Төркиә һәм Франция хөкүмәттәре Рәсәй менән һуғыш алып барыу өсөн Швецияға бик ҙур субсидиялар бүләләр. Францияла революцион ваҡиғалар башланғандан һуң Рәсәйгә ҡаршы һуғышҡа Англия спонсорлыҡ итә[4].
1788 йылдың яҙында, Густав III уйҙырмаһынан, Швецияла Урта диңгеҙҙәге Рәсәй эскадраһы Карлскронаны баҫып алыу өсөн ҡораллан, тигән мәғлүмәт тарала. Швеция һуғышҡа әҙерлек башлай. Екатерина II бик оҙаҡ ваҡыт шведтарҙың һуғышҡа әҙерләнеүенә ышанмай һәм Стокльгомдағы илсеһе граф Разумовский аша Швецияның сит ил эштәре министрына ике яҡтың да тыныс мөнәсәбәттәрен һәм Рәсәй менән Швеция араһындағы бөтә килешеүҙәрҙе һаҡлап ҡалыуға өмөт итеүе тураһында еткерә. Разумовскийҙың рөхсәте менән әлеге ҡулхат йәмғиәттә билдәлелек ала һәм швед матбуғатында баҫтырылып сыға. Густав III быны мыҫҡыллау тип ҡабул итә. Разумовскийға өс көн эсендә илде ташлап сығырға тәҡдим ителә[3].
Шул уҡ йылда Король операһының билдәле тегеүсеһе бер нисә комплект Рәсәй хәрби униформаһына заказ ала. Был кейем 1788 йылдың 27 июнендә Рәсәй менән сиктәш булған Пуумала ҡаласығындағы сәхнәләштергән атышыуҙа ҡуллана. Рәсәйҙең «һөжүме» Риксдагты Густав Өсөнсөнең Рәсәйгә ҡаршы «оборона һуғышын» алып барыу буйынса планына ризалыҡ бирергә мәжбүр итә[5].
Төп рус көстәре Төркиә менән һуғышҡа йәлеп ителеүе менән файҙаланып, король Густав III етәкселегендәге 38-меңлек швед армияһы 1788 йылдың 21 июнендә Рәсәй территорияһына бәреп инә, әммә уны генерал-аншеф В. П. Мусин-Пушкин етәкселегендәге 19-меңлек рус ғәскәрҙәре туҡтата.
Һуғыштың төп ваҡиғалары диңгеҙҙә бара.