Рун яҙмаһы
боронғо германдарҙың яҙмаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Рун — боронғо германдарҙың яҙмаһы. I—II быуаттарҙан алып XII быуаттар араһында — хәҙерге Дания, Швеция һәм Норвегияла, X—XIII быуаттарҙа — Исландия һәм Гренландияла, ә швед провинцияһы Даларнала XIX быуат башынаса ҡулланылған. Рундар (символдар) ташта, металда, ағаста, һөйәктә ырып, уйып яҙылған[2], уның үҙенсәлекле ҡырлы формаһы ырып яҙыуға көйләнгән.[3][4].
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |
Рун яҙмаһы | |
Яҙыу тибы |
консонантно-вокалическое письмо |
---|---|
Телдәр |
боронғо герман[1], боронғо скандинав, боронғо инглиз-сакс, боронғо исланд, швед |
Таралған территория |
Төньяҡ Европа һәм Гренландиянан Балҡан ярымутрауы һәм Кесе Азияға тиклем |
Тарихы | |
Барлыҡҡа килән урыны |
Төньяҡ Европа һәм Көнбайыш Европа |
Барлыҡҡа килгән ваҡыты |
б.э. I быуат |
Осор |
I —XIX быуаттар |
Барлыҡҡа килеүе |
төньяҡ семит алфавиты
|
Развилось в |
гот яҙыуы, Þ латин хәрефе |
Туғандаш телдәр |
огамик яҙыу |
Үҙенсәлектәре | |
Статусы |
шифры табылған |
Яҙыу йүнәлеше |
һулдан уңға йәғни бустрофедон |
Билдәләр һаны |
башта 24, һуңғы вариантарҙа 16-нан 33-кә тиклем |
Юникод диапазоны |
16A0 — 16F0 |
Рун яҙмаһы Викимилектә | |
Европа илдәрендә христиан дине ҡабул ителгәс, латин яҙмаһы рун яҙмаһын ҡыҫырыҡлап сығарған. «Рун» термины боронғо герман телендәге run («сер») тамырына бәйләп аңлатыла. Донъяла рун хәрефтәренән торған бөтәһе 5 000-ләп яҙыу табылған, шуларҙың иң ҙур өлөшө — Швецияла. Бынан тыш, Урта быуаттарҙағы Европала рун календарҙары булған[3][5].
Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, мөйөшләп яҙылған алфавитын да рун тип йөрөтәләр.