Репродуктив система
From Wikipedia, the free encyclopedia
Репродуктив система — күп күҙәнәкле тере организмдарҙың хайуандарҙың, үҫемлектәрҙең, бәшмәктәрҙең енси үрсеүе өсөн яуаплы органдар системаһы. Бер төргә ҡараған хайуандарҙың, башҡа органдары оҡшаш булһа ла, репродуктив системаһы енси затына ҡарап бик ныҡ айырыла. Был айырма яңы комбинациялағы генетик материал барлыҡҡа килтерә һәм тоҡомдоң яраҡлашыуына килтерә[1]. Гормон һәм Феромон кеүек матдәләр репродуктив системала мөһим роль уйнай[2].