Реинкарнация
From Wikipedia, the free encyclopedia
Реинкарна́ция (лат. reincarnatio[1] ̊ҡабаттан кәүҙәләнеш[2][3]), йәғни кәүҙәләнеү; шулай уҡ йәндәрҙең күсенеүе, метемпсихоз (лат. re — приставка, обозначающая «возобновление, повторность» + лат. incarnatio — «воплощение».</ref>[4][5]бор. грек. μετ-εμψύχωσις. μετ-εμψύχωσις[6] — тере йән эйәһенең (ҡайһы бер вариацияларҙа тик кешеләр генә) үлемһеҙ асылының ҡабат-ҡабат бер есемдән икенсеһенә әүерелеүен дини-фәлсәфәүи күҙаллауҙар һәм инаныуҙар төркөмө. Был үлемһеҙ асылды төрлө традицияларҙа рух йәки йән, «илаһи осҡон», «юғары» йәки «ысын Мин» тип атайҙар; һәр тормошта физик донъяла индивидтың яңы шәхесе үҫешә, әммә бер үк ваҡытта индивидтың билдәле бер өлөшө тәндән тәнгә күсеүҙәр теҙмәһендә лә үҙгәрешһеҙ ҡала. Ҡайһы бер традициялар раҫлауынса, бер-бер артлы кәүҙәләнеүҙәр ниндәйҙер маҡсатҡа эйә һәм унда йән эволюцияға дусар була. Йәндәрҙең күсеүе тураһында күҙаллау ҡайһы бер дини системаларға ғына хас түгел, ә ниндәйҙер дини системанан айырылыуҙа, мәҫәлән, шәхси донъяға ҡарашта ла осрай.
Йәндәрҙең күсеүенә ышаныу — боронғо феномен. Этнограф С. Токарев буйынса, күҙаллауҙарҙың иң тәүге формаһы тотемдарға бәйле. Ҡайһы бер халыҡтарҙа (эскимостарҙа, Төньяҡ Америка индеецтарында, йәһүдтәрҙә) балаға олатаһының йәки шул уҡ ырыу[7] төркөмөнөң башҡа вәкиленең йәне инә тип иҫәпләнә. Реинкарнация доктринаһы индуизмда, буддизмда, джайнизмда һәм сикхизмда[8] үҙәк урында тора. Пифагор, Сократ һәм Платон кеүек боронғо грек фәйләсуфтары йәндәрҙең күсеү идеяһын ҡабул итә. Реинкарнацияға ышаныу ҡайһы бер хәҙерге мәжүси традицияларға, нью-эйдж хәрәкәтенә хас, шулай уҡ спиритизм, каббала, гностицизм һәм эзотерик христианлыҡ кеүек ҡайһы бер Африка ғөрөф-ғәҙәттәре, эзотерик фәлсәфәләр яҡлылар тарафынан ҡабул ителә.
Хәҙерге фән күҙлегенән ҡарағанда, реинкарнация феномены барлығын дәлилләүсе бер генә ғилми раҫлау ҙа юҡ.