Рангылар тураһында табель
From Wikipedia, the free encyclopedia
Рангылар тураһында табель — хәрби, гражданлыҡ һәм һарай яны хеҙмәттәре араһындағы 14 класс дәрәжәләре буйынса рәтләнгән тап килеүҙәр исемлеген үҙ эсенә алған таблица. Батша Пётр I үҙенең 1722 йылдың 24 ғинуарындағы (4 февраль) «Диңгеҙҙәге чиновниктарҙың, хәрбиҙәрҙең, статскийҙарҙың һәм һарайҙағыларҙың дәрәжәләре тураһында табель; бер класҡа инеү ваҡыты буйынса хәрбиҙәр башҡа кластарҙан дәрәжә буйынса өлкәнерәк, юғарыраҡ».[1][2]. Артабан күп тапҡыр үҙгәртеүҙәр индерелеп Рәсәй империяһы һәм Рәсәй республикаһында ҡулланылған[3].
Рангылар тураһында табель | |
Дәүләт | Рәсәй империяһы |
---|---|
Юрисдикция таралышы | Рәсәй империяһы һәм Рәсәй республикаһы |
Башланыу датаһы | 24 ғинуар (4 февраль) 1722 |
Нәшер ителеү ваҡыты | 30 ғинуар (10 февраль) 1722 |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 12 (25) ғинуар 1918 |
Принят законодателем | Пётр I |
Дата промульгации | 24 ғинуар (4 февраль) 1722 |
Указ тексында хәҙерге рус теле өсөн тәбиғиерәк булған «рангтар таблицаһы» һүҙбәйләнеше бар, әммә тарихта указдың башында ҡулланылған «рангтар тураһында таблица» һүҙбәйләнеше нығынған. Башта был һүҙбәйләнеш ике төп мәғәнәгә эйә була: 1) чиндарҙы структуралаусы таблица; 2) хәрби, статский (граждан) һәм һарай хеҙмәттәре тураһында закон булараҡ указдың исеме[Комм. 1], атап әйткәндә, шуға нигеҙләнеп Табель раҫланған. Һуңғараҡ «Рангылар тураһында табель» һүҙбәйләнеше һәм хәҙерге ваҡытта рангыларға бүленгән ниндәй ҙә булһа объекттарының иерархияһы булараҡ күсермә мәғәнәһендә ҡулланыла.