Пью (ҡала-дәүләттәр)
беҙҙең эраға тиклем II быуаттан алып беҙҙең эраның IX быуатына тиклем булған һәм хәҙерге Үрге Бирма (Мьянмала) территорияһында урынлашҡан ҡа / From Wikipedia, the free encyclopedia
Пью (ပျူ မြို့ပြ နိုင်ငံမျာ) — беҙҙең эраға тиклем II быуаттан алып беҙҙең эраның IX быуатына тиклем булған һәм хәҙерге Үрге Бирма (Мьянмала) территорияһында урынлашҡан ҡала-дәүләттәр төркөмө. Ҡала-дәүләттәр тибет-бирман тел төркөмсәһенең шул уҡ исемдәге телендә һөйләшкән һәм көньяҡҡа табан киткән пью халҡы тарафынан булдырыла. Улар — Бирма территорияһында тәүләп йәшәй, һәм улар тураһында яҙмалар һаҡланып ҡалған[1]. Пью цивилизацияһы бронза быуатынан алып IX быуат аҙағында Паган дәүләте барлыҡҡа килгән классик дәүергә тиклемге тарихи дәүерҙе биләй.
Пью | |
Нигеҙләү датаһы | Б. э. т. II быуат |
---|---|
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1050 |
Пью Викимилектә |
Ҡала-дәүләттәрҙең биш төп ҡәлғәһе һәм бер нисә бәләкәй ҡаласығы археологтар тарафынан табыла. Улар Үрге Бирманың өс төп һуғарылған районында урынлаша: Му йылғаһы үҙәне, Чаусхе үҙәне һәм Минбу төбәге, Иравади һәм Чиндуин йылғалары ҡушылған ерҙәр тирәләй. Ҡытай һәм Һиндостан араһындағы ҡоро ер буйлап һуҙылған сауҙа юлының бер өлөшө булараҡ, Пью батшалығы яйлап көньяҡҡа табан киңәйә. I быуатта Үрге Бирманың төньяҡ ситендә нигеҙләнгән Халин ҡала-дәүләте VII йәки VIII быуатҡа тиклем иң ҙур һәм иң мөһим ҡала була, шунан һуң батшалыҡтың көньяғында ятҡан Шрикшетра ҡалаһы ҙурлыҡ буйынса алға сыға. Халиндан ике тапҡырға ҙурыраҡ Шрикшетра Пьюҙың иң ҙур һәм абруйлы үҙәге була.[1]
Наньчжао короллегенең күп тапҡырҙарә тапҡырҙар баҫҡынсылыҡ ҡылыуы һөҙөмтәһендә ҡала-дәүләттәр емерелә, һәм мең йыллыҡ буйына хакимлыҡ иткән батшалыҡ 9-сы быуатта юҡҡа сыға. 12 быуатта пью халҡы үҙ телен һаҡлап ҡала, әммә 13 быуатта улар бирмандар тарафынан ассимиляцияға дусар ителә[2]. Халин, Пейтано һәм Шрикшетра ҡала-дәүләттәре ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы объекттары булып тора.[3]