Псевдоним
рәсми исем урынына ҡулланылыусы исем йә ҡушамат / From Wikipedia, the free encyclopedia
Псевдоним (грек. ψευδής «ялған» + όνομα «исем») — кешенең асыҡ эшмәкәрлектә ысын исеме (тыумышта бирелгән, рәсми документтарҙа теркәлгән исем) урынына уйлап сығарылғанды файҙаланыуы; антропоним төрө[1]. Көнбайыш мәҙәниәттә псевдонимдарҙы йышыраҡ әҙәбиәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡуллана. Көнсығыш мәҙәниәттәрҙә (айырыуса ҡытай һәм япон мәҙәниәтендә) ҡайһы бер дәүерҙәрҙә социаль статус үҙгәргәндә, ниндәй эшмәкәрлек төрө менән шөғөлләнеүгә ҡарамаҫтан, яңы исем алыу мотлаҡ булған; көнбайыш мәҙәниәттә иһә руханиҙарҙың, монахтарҙың, айырыуса православиела, мотлаҡ псевдоним алыуы ла шуға оҡшаған, ләкин сиркәү хеҙмәтендәгеләрҙең яңы алған исемдәрен псевдоним тип атау ҡабул ителмәгән.
Псевдоним | |
Өлөшләтә тура килә | кодовое имя[d], религиозное имя[d] һәм популярное имя[d] |
---|
Автони́м (бор. грек. αὐτός «үҙ» + όνομα «исем») — псевдоним аҫтында билдәле булған кешенең үҙ исеме.