Поляр түңәрәк
планета өҫтөндәге күҙ алдына ғына килтергән түңәрәк һыҙыҡ / From Wikipedia, the free encyclopedia
Поля́р түңәрәк — планета өҫтөндәге күҙ алдына ғына килтергән түңәрәк һыҙыҡ, параллель, киңлектән юғарыраҡ (йәғни экваторҙан арыраҡ) поляр көн һәм поляр төн бар. Поляр түңәрәк планетала ғына була ала, сөнки Ер күсәренең әйләнеү ауышлығы мөйөшө орбита яҫылығына (эклиптикаға) ҡарата нулдән ҙурыраҡ. Поляр түңәрәктәрҙең киңлеге планета күсәренең әйләнеү ауышлығы мөйөшө менән билдәләнелә: полюс киңлегенән (ул 90° тиң) планета күсәренең ауышлығын (градустарҙа) алып ташлайҙар.
Поляр түңәрәк ерҙең төньяҡ һәм көньяҡ ярымшарҙарында ла бар. Поляр түңәрәк киңлегендә был ярымшарҙа ҡышҡы ҡояш торошонда[1] ҡояш дискыһының үҙәк нөктәһе, төш ваҡытына еткәс (ҡояштың иң юғары кульминацияһы), горизонт линияһына тейә. Поляр түңәрәктән планетаның географик полюсына тиклем поляр билбау ята.