Полина Виардо
испан-француз йырсыһы һәм композитор / From Wikipedia, the free encyclopedia
Полина Виардо (франц. Pauline Viardot), тулы исеме Мише́ль Фердина́нда Поли́на Гарси́а Си́тчес (Michelle Ferdinande Pauline García Sitches; кейәүгә сыҡҡандан һуң үҙен Мадам Виардо тип йөрөткән, Madame Viardot; 18 июль 1821, Париж — 17 йәки 18 май 1910, шунда уҡ) — испан-француз йырсыһы, композитор һәм вокал педагогы. Испан йырсыһы һәм педагогы Мануэль Гарсиа-өлкән һәм Хоакина Ситчестың ҡыҙы һәм уҡыусыһы, Мария Малибран һәм Мануэль Патрисио Гарсианың апаһы, Луи Виардоның ҡатыны, Поль Виардоның әсәһе[12].
Европаның төрлө театрҙарында сығыш яһай, күп концерттар ҡуя. Фидес (Мейерберҙың «Пророк»), Орфей (Глюктың «Орфей һәм Эвридика»), Розина (Россиниҙың «Севильский цирюльник») партиялары менән билдәле була[13]. Иван Тургеневтың либреттоһына романстар һәм комик опералар авторы. Ире менән бергә, Тургенев әҫәрҙәрен француз теленә тәржемә итә, рус мәҙәниәте ҡаҙаныштарын пропагандалай. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, уның 250-нән ашыу музыкаль композицияһы иҫәпләнгән[14].