Панама каналы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Панама каналы (исп. Canal de Panamá) — Панама ҡултығын Тымыҡ океандың Кариб диңгеҙе һәм Атлантик океан менән тоташтырыусы суднолар йөрөү каналы Панама дәүләте территорияһындағы Панама муйынында урынлашҡан.
Панама каналы | |
---|---|
Урынлашыуы | |
Ил | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 81,6 км |
Һыу ағымы | |
Инеше | Тымыҡ океан |
Тамағы | Атлантик океан |
Панама каналы Викимилектә |
Оҙонлоғо — 81,6 км, шул иҫәптән ҡоро ерҙә 65,2 км һәм һыу төбөндә 16,4 км., суднолар үткәреү өсөнт төбө Лимон ҡултыҡтары буйлап тәрәнәйә , дөйөм киңлеге — 150 метр (тарихи шлюз камераларының киңлеге — 33 метр), тәрәнлеге — 12 метр. Рәсми рәүештә 1920 йылдың 12 июнендә асыла[1][2].
Панама каналын төҙөү кешелек тарафынан тормошҡа ашырылған иң ҙур һәм ҡатмарлы төҙөлөш проекттарының береһенә әүерелә. Панама каналы Көнбайыш ярымшарҙа һәм бөтә донъяла суднолар йөрөшө үҫешенә һәм иҡтисадҡа баһалап бөткөһөҙ йоғонто яһай, был уның бик юғары геосәйәси әһәмиәткә эйә икәнен иҫбат итә. Панама каналы арҡаһында Көньяҡ Американы урап үтеү кәрәкмәй, ә Нью-Йорктан Сан-Францискоға диңгеҙ юлы 22,5 мең км-ҙан 9,5 мең км-ға тиклем ҡыҫҡартыла.
Канал аша төрлө типлы суднолар үтә — шәхси яхталарҙан алып ғәйәт ҙур танкерҙарға һәм контейнер судноларына тиклем. Панама каналы аша үтә алған судноның максималь күләме панамакс тип аталған суднолар төҙөүҙә стандарт булып тора тиерлек. 2016 йылда тағы ла күләмлерәк өҫтәмә шлюздар эшләгендән һуң ҙурыраҡ суднолар өсөн өҫтәмә стандарт «Яңы Панамакс» стандарты барлыҡҡа килә. Океандар араһында йөрөгәндә «Панамакс» («Яңы Панаманан») ҙурыраҡ суднолар Латин Америкаһын Горн мороно тирәләй урап үтергә мәжбүр була.
Судноларҙы Панама каналы аша оҙатыу Панама каналының лоцман хеҙмәте тарафынан башҡарыла. Судноның канал аша үтеү ваҡыты — 9 сәғәт, минимум — 4 сәғәт 10 минут. Максималь үткәреү һәләте — тәүлегенә 48 судно. Канал ҡоролмалары аша йыл һайын яҡынса 280 миллион тонна йөк ташыған яҡынса 14 мең судно үтә (донъя океан йөктәренең 5 проценты). Канал тығынлы, шуға күрә уның аша үтеү сираты аукциондарҙа һатыла. Судноны канал аша үткән өсөн дөйөм түләү 400 000 АҠШ долларына етергә мөмкин[1]. 2002 йылға торошло канал хеҙмәттәре менән 800 000 ашыу судно файҙаланған.
2010 йылдың декабрендә канал 95 йыл эсендә тәүге тапҡыр суднолар өсөн ябыла. Бер-бер туҡтауһыҙ яуған ҡойма ямғыр һөҙөмтәһендә һыу кимәле күтәрелә.