Олон (ботаника)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Олон — үҫемлектәрҙең төп, үҙәк, радиаль-симметрик, вегетатив органы, ағас йәки ағас һымаҡтарҙың (мәҫ. пальма) һабаҡтары.
Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Олон (мәғәнәләр).
Ағас олоно өсөн цилиндрға яҡын форма хас, өҫкә табан диаметры аҡрынлап кәмей, нәҙегәйә бара. Олон диаметры тигеҙ генә бармай, төрлөсә үҙгәргән осраҡтар ҙа була. Был уларҙың зәғифлеге йәки етешһеҙлеге һанала[1].
Ағас олонон бысҡандан йә тумырғандан һуң тамыры менән ҡалған өлөшө түңгәк йәки Төпһә тип атала