Нуленсе меридиан
From Wikipedia, the free encyclopedia
Нуленсе меридиан — оҙонлоғо нуль градусҡа тигеҙ булған меридиан.
Экваторҙан айырмалы булараҡ нуленсе меридиандың физик мәғәнәһе юк, нуленсе меридиан географтың ҡарары буйынса ҡабул ителә[1]. Бөгөнгө көндә нуленсе меридиан итеп Гринвич меридианы ҡабул ителгән.
1884 йылда Вашингтонда, АҠШ, 25 илдән 41 делегат ҡатнашлығында Халыҡ-ара меридианал комиссия йыйыла.
Унда башланғыс меридиан итеп Гринвич меридианы алына[2]. Гринвич — Темза йылғаһының уң яҡ ярында, Лондондың көньяҡ-көнсығышанда урынлашҡан административ округ. Гринвич меридианынан иҫәпләү Халыҡ-ара меридианаль комиссия ҡарары буйынса 1884 йылдан иҫәпләнә.
XIX быуатта Рәсәйҙә нуленсе миридиан тип Пулково меридианы алғандар. Пулково меридианы Гринвич меридианы башланғыс меридиан тип ҡабул ителгәс тә нуленсе меридиан булып йөрөгән.
Францияла 1790—1884 йылдарҙы нуленсе меридиан булып, Париж обсерватирияһы аша үткән, Париж меридианы хеҙмәт иткән[3]. Башҡа илдәрҙә 1884 йылға тиклем Гривич һәм Париж меридианынан башҡа Ферро меридианы менән файҙаланғандар.[4]