Нуклеоид
From Wikipedia, the free encyclopedia
Нуклеоид (ядроға оҡшаш, шулай уҡ ядро өлкәһе) — прокариот күҙәнәк эсендә, дөрөҫ булмаған формалағы компартмент. Уның төп эстәлеге булып генетик материал тора.
Ҡыҫҡа факттар
Нуклеоид |
Ябырға
Нуклеоид ДНК молекулаһы йомоҡ түңәрәк формаһында була (ҡулса шәкелендә). Бындай ысул нәҫел мәғлүмәтен һаҡлау юлы булырға мөмкин.
Был эукариоттарҙа ДНК молекулаларын хромосома хәләтенә килтереп ядро мембранаһы ярҙамында цитоплазманан сикләү осрағына оҡшаш осраҡтыр.
Нуклеоид электрон микроскопия ярҙамында еңел генә таныла. Уның даими формаһы булмауға ҡарамаҫтан цитоплазма фонында бик асыҡ күренә. Шулай уҡ, махсус буяу ҡулланғанда нуклеоидты яҡтылыҡ микроскобы аҫтында ла айырырға мөмкин.