Новосёлов Константин Сергеевич
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сэр Константин[13] Сергеевич Новоселов (23 август 1974 йыл) — Рәсәй[14] һәм Бөйөк Британия[15] физигы.
Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Ябырға
Физика буйынса 2010 йылғы Нобель премияһы лауреаты (Андрей Гейм менән берлектә), Лондон король йәмғиәте ағзаһы (2011), АҠШ Милли фәндәр академияһының сит ил ағзаһы (2019)[16].
2020 йылдың июленә ҡарата уның эштәренең 200000 ашыу өҙөмтәһе бар. Хирша индексы — 110-дан күберәк. Reuters Thomson версияһы буйынса 2014 йылдың абруйлы ғалимдар рейтингы лидерҙары араһына инә[17].
2011 йылдың 31 декабрендә королева Елизавета II указы менән уға фәндәге ҡаҙаныштары өсөн бакалавр-рыцары исеме бирелә[18].