Нефть Таштары
From Wikipedia, the free encyclopedia
Нефть Таштары (әзерб. Neft daşları) — Әзербайжан Республикаһының иң көнсығыштағы ҡоро ер нөктәһе, Каспий диңгеҙендәге ҡала тибындағы ҡасаба, Апшерон ярымутрауынан 42 км көнсығыштараҡ. Административ яҡтан Баҡы ҡалаһының Пираллаһи районына ҡарай. 1949 йылда диңгеҙ өҫтөнән әҙ генә күренеп торған Ҡара Таш — таш тауы (банкыһы) янында нефть таба башлағас, металл эстакада өҫтөндә төҙөлгән. Нефть Таштары таш рифтар менән уратып алынған, улар араһында банкылар, һыу аҫты һәм һыу өҫтөндә күренеп торған таштар бар. Төньяҡ һәм Көньяҡ гавань утрауҙың көнбайыш яғында урынлашҡан һәм һыуға батырылған караптарҙан хасил булған. Бында эстакадалар менән тоташтырылған быраулау вышкаһы урынлашҡан, улар өҫтөндә ҡасаба төҙөлгән.Был Әзербайжандың иң көнсығыш тораҡ пункты. Даими халҡы юҡ.
Посёлок городского типа | |||
Нефтяные Камни | |||
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Координаталар | |||
Халҡы |
398 (2020) кеше | ||
Сәғәт бүлкәте |
UTC+4 | ||
Нефть Таштары Гиннес рекордтар китабына иң тәүге нефть платформаһы[1] булараҡ ингән.