Нервы туҡымаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Нервы туҡымаһы — сығышы буйынса эктодерманан яһалған туҡыма булып тора. Нервы системаһының нигеҙен тәшкил итә һәм уның функцияларын тормошҡа ашырыу өсөн махсуслашҡан.
Нервы туҡымаһы баш һәм арҡа мейеләренең массаһын, нервы төйөндәрен төҙөй. Нервы күҙәнәктәренән китеүсе нервы сүстәре, организмдың төрлө өлөштәре араһында йылдам бәйләнеш тәьмин итеп, баш һәм арҡа мейеләренән бөтә ағзаларға һәм туҡымаларға тарала.
Нервы туҡымаһы организмда туҡымалар, ағзалар, ағзалар системалары эшмәкәрлеген, уларҙың үҙ-ара һәм тирә-яҡ мөхит менән бәйләнешен көйләй.
Улар нервы күҙәнәктәре — нейрондарҙан торалар. Нейрондар оҙон һәм ҡыҫҡа үҫентеләре булған, ядро һәм цитоплазманан торған йондоҙ формаһындағы тәне булған (нейрон тәне) күҙәнәктәр. Ҡабул итеү һәм тапшырыу нейрон бүртә ҡуҙ мускулдар, тире, башҡа туҡымаларға, органдарға. Организмда нервы туҡымаһы килешеп эшләүен тәьмин итә.