Нацистик Германияның концентрацион лагерҙары
From Wikipedia, the free encyclopedia
Нацистик Германияның концентрацион лагерҙары (нем. Konzentrationslager йәки KZ) — Адольф Гитлер идара иткән йылдарҙа нацистик Германияла сәйәси йәки раса ҡарашы буйынса граждандарҙы күпләп ябып ҡуйыу, тотоу һәм юҡ итеү урындары.
Германия рейхында һәм уның оккупациялаған территорияларында Немец национал-социалистик эшселәр партияһы (НСДАП) власҡа килгәс, был партия бүлексәләре концентрация лагерҙар булдыра. Барлығы мең самаһы концлагерь һәм ете үлем лагеры була. Уларҙы кешеләрҙе үлтереү, сәйәси оппоненттарҙы юҡ итеү, мәжбүри хеҙмәт, кешеләрҙә медицина тәжрибәләре үткәреү һәм хәрби әсирҙәрҙе тотҡонлоҡта тотоу аша эксплуатациялау өсөн файҙаланалар. Лагерь системаһынан немец сәнәғәтенең эре предприятиелары туранан-тура йәки ситләтелгән файҙа ала[1].