Намаҙ
мосолмандарға фарыз булған биш ғәмәлдең икенсеһе, балиғ булған кеше үтәргә тейеш булған ғибәҙәт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Намаҙ (йәки сәләт; ғәр. الصلاة; фар. نماز; төр. namaz) — мосолмандарға фарыз булған биш ғәмәлдең икенсеһе, балиғ булған кеше үтәргә тейеш булған ғибәҙәт. Рәсүлебеҙ Мөхәммәт (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) әйткән: «Балаларығыҙҙы ете йәштән намаҙға өйрәтегеҙ, ә ун йәштән намаҙға иғтибарһыҙлыҡтары өсөн һуғығыҙ һәм йоҡларға айырым һалығыҙ» (был хәҙисте Әбү Дауыт һәм әт-Тирмизи үҙ йыйынтыҡтарында килтерҙеләр). Йәғни, ун йәштән ир бала менән ҡыҙ бала айырым йоҡларға тейеш. Намаҙ уҡыясаҡ кешенең тәне, кейеме һәм намаҙ урыны һәр төрлө нәжестәрҙән таҙа булырға тейеш. Шулай уҡ, һәр намаҙ уҡыусыға шәриғәт бойорған рәүештә тейешле ағзаларҙы һыу менән йыуып, тәһәрәт алыу фарыз.
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |