М1 (автомобиль юлы, Белоруссия)
From Wikipedia, the free encyclopedia
М1 магистрале - (бел. Магістраль М1) — Беларусь Республикаһына төп транзит юл. E 30 һәм II Берлин—Түбәнге Новгород панъевропа транспорт коридоры европа маршрутының бер өлөшө булып тора. Трасса 1980 йылғы Йәйге Олимпия уйындарына ҡарата төҙөлгән, шуға йыш ҡына халыҡ телендә «Олимпийка» тип йөрөтөлә, мәгәр 1980 йылда СССР сиге — "Минский" мотеле араһында бер киҫем генә төҙөлөп өлгөргән.
М1 | |
Дәүләт | Беларусь |
---|---|
Хужаһы | Беларусь |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | М2[d] |
Расположение конечной точки | Козловичи[d] һәм Редьки[d] |
Оҙонлоҡ | 611 km |
Яуаплы | Белавтодор[d] |
Номер дороги | М1 |
Өлөшләтә тура килә | European route E85 in Belarus[d] |
М1 Викимилектә |
2013 йылдың 1 авгусынан бөтә һуҙымында М1 магистрале түләүлегә әйләндерелә. Техник яҡтан барыһы ла рөхсәт ителгән, дөйөм массаһы 3,5 тоннанан ашмаған автомобиль менән үтеү өсөн, ниндәй илдәрҙә теркәлеүенә ҡарамаҫтан, түләү алынмай. Таможня союзынан ситтә теркәлгән техник яҡтан рөхсәтле, дөйөм массаһы 3,5 тоннанан ашмаған автомобиль менән дә үтергә мөмкин.
Беларусь түләүле юлдарынан үтеү BelToll системаһы аша тормошҡа ашырыла. Был транспорт сараларына түләү пунктында туҡтамай ғына хаҡ индерергә мөмкинлек бирә. Түләү өсөн махсус борт ҡорамалы һатып алырға кәрәк. Система тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте рәсми сайтта алырға булаwww.beltoll.by.
Польша сигенән Брест өлкәһе территорияһынан, Минск өлкәһе һәм Витебск өлкәһе биләмәләренән Рәсәй сигенә тиклем бара. Буйынан-буйына 4 һыҙатлы, 1 категориялы. Магистраль Бресттан Жабинка,Кобрин, Берёза, Ивацевичи, Барановичи, Столбцы, Дзержинск,Фаниполь, Минск, Смолевичи, Борисов, Крупки, Толочин, Орша аша дауам итеп Рәсәй сигендәге Редьки ҡалаһына барып етә. Тиҙлек сикләү — 90-120 км/ч. Магистралдә йөрөү түләүле. Түләүһеҙ үтергә рөхсәт ителгән автомобилдәрҙән тыш (тағылмалары менән), мотоцикл һәм мопедтарҙан хаҡ алынмай. Кобриндан М10 (автомобиль юлы, Белоруссия) Оршаға тиклем дөйөм алғанда 505 км юлдан юғары тиҙлек менән үтергә мөмкин.
Көнбайышҡа дауамы — польша юлы 68,ул 2 автотрассаһына алып сыға, көнсәғышҡа — Рәсәй федераль автомобиль юлыM1 «Беларусь».
М1 юлы йыш ҡына иҫке Мәскәү—Брест юлы менән тоташып китә, ул да М1 тип тамғалана. Элекке трасса фрагменттары хәҙер республика юлдары тип иҫәпләнә.