Мусоргский Модест Петрович
урыҫ композиторы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Мусоргский Модест Петрович[8] (9 [21] март 1839 — 16 [28] март 1881) — урыҫ композиторы, «Ҡөҙрәтле төркөм» ағзаһы. Төрлө жанрҙарҙа эшләй: уның ижади мираҫы — опералар, оркестр өсөн пьесалар, вокаль һәм фортепиано музыкаһы циклдары, романстар, йырҙар һәм хор өсөн музыкаль әҫәрҙәр.
Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Мусоргский Модест Петрович | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Хеҙмәт итеүе | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 9 (21) март 1839[3] |
Тыуған урыны | Карево[d], Торопецкий уезд[d], Псковская губерния[d], Рәсәй империяһы[4][5] |
Вафат булған көнө | 16 (28) март 1881[5][4][3] (42 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[5][1][6][…] |
Үлем сәбәбе | инфекционное заболевание[d] |
Ерләнгән урыны | Тихвин зыяраты (Санкт-Петербург) |
Һөнәр төрө | композитор, пианист, либреттист, хәрби хеҙмәткәр |
Уҡыу йорто |
Николаев атлы ғәскәр училищеһы[d] Петришуле[d] |
Сәләмәтлек торошо | Быума һәм алкоголизм |
Музыка ҡоралы | фортепиано |
Әҫәрҙәр исемлеге | list of compositions by Modest Mussorgsky[d] |
Ойошма ағзаһы | Бөйөк бишәү[d] |
Жанр | театр пьесаһы[d], классик музыка һәм Опера |
Досье в | Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][7] |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | Modest Mussorgsky |
Мусоргский Модест Петрович Викимилектә |
Ябырға
Мусоргский ижадында урыҫ милли һыҙаттары ғәҙәти булмағанса һәм сағыу рәүештә сағылдырыла, әммә уның үҙенсәлекле ижады үҙе иҫән саҡта тейешенсә баһаланмай. ХХ быуат башынан беҙҙең көндәргәсә уның «Борис Годунов» һәм «Хованщина» опералары, «Күргәҙмәнан һүрәттәр» фортепиано миниатюралары циклы, «Үлем йырҙары һәм бейеүҙәре», «Балаларҙыҡы» вокаль циклдары донъя музыка сәнғәтенең гүзәл әҫәрҙәре тип таныла.